Шуға ла тормошом хәҙер үткән заман менән бөгөнгөнө бәйләүгә ҡорола. Селпәрәмә килеп ватылған бөгөнгөмдө доғаларым, хәйер-саҙаҡаларым менән, яҡты хәтерләүҙәрем менән ҡоршарға тырышыуым.
Әсәмдең хеҙмәт биографияһын иҫкә төшөрә башлаһам, хаҡлы ялға сыҡҡансы атайым менән ҡушлап тимерлектә эшләгәне маҡтауға лайыҡ күренеш, тим. Уйлап ҡараһаң, тимерлектә эшләгән әсәйем районыбыҙҙа ғына түгел, ә бар Башҡортостанда берәү булғандыр әле ул!
Ниндәй ғорурлыҡ!
Шуға әсәйемдең холҡона ла күскәйне тимер ныҡлығы: һүҙен өҙә һуғып әйтер ине. Бер ҡасан да уратып-суратып торманы. Күҙгә тура ҡарап әйтте.
Бәләкәйҙән үк ебеп төшмәҫкә өйрәтте. Үҙ-үҙеңде нисек һаҡларға, нисек ҡурсаларға тел менән һөйләп түгел, эше менән аңлатыр ине, ҡылығы менән нығытыр, атайым менән үҙ-ара мөнәсәбәтендә асыҡлар ине.
– Һеҙ – тимерсе балалары!
Һуңғы һүҙе, мисәт һуға торған һүҙе әсәмдең ошо һүҙе ине. Иҫән ҡалған биш балаһына тормош девизы ине был!
...Әсәйем түшәккә ятҡас, ҡаланан һурылып, тыуған ауылыма ҡайтып йәшәргә тура килде. Матур итеп өй һалып индек. Ә унда йәшәүҙәре – үҙе йән рәхәте!
– Һуҡыр һәм атламайынса түшәктә ятҡан әсәйҙе ҡарауы ҡыйындыр инде, – ти торғайны ауылдаштарым. Һис ҡыйынлығын күрмәнем. Күҙле кешегә ҡараған-да әсәйем күҙлерәк ине. Сөнки күңел күҙе менән күрә белде.
Әсәйле ғүмер бүләк итеүең өсөн рәхмәт, Раббым! Әсәйемдең ҡосағына сумып, наҙҙарына ҡойоноп һәм үҙем уны рәхәтләнеп, ләззәтләнеп, туйғансы иркәләп йәшәнем.
Әсәм яҙған ғүмер китабы тамам. Был донъяла, фанилыҡта. Әммә... баҡыйлыҡта Ғәмәл дәфтәре уның ябылманы. Ул асыҡ ҡалды. Сөнки минең ҡылған доғаларым, теләгән теләктәрем, биргән хәйер-саҙаҡаларым барыһы ла уға ирешеп бара.
Кемегеҙҙең бәхетле булғыһы килә? Әсәйегеҙҙе нығыраҡ ҡосаҡлағыҙ, нығыраҡ яратығыҙ!