Башҡортостан халыҡтары дуҫ һәм күрше йәшәп, бер-береһенең йола-традицияларын белеп бөткән, ауыҙ-тел ижадының өлгөләрен үҙ иткәндәр. Милли байрамдарыбыҙ ҙа уртаҡҡа әйләнгән. Һабантуй – шуның яҡты миҫалы. Ул күптән күп милләтле байрамға әүерелгән. Рус Масленицаһы, ҡышты оҙатыу ҙа башҡа халыҡтар тарафынан ҙа үткәрелә хәҙер. Башҡорт милли ризыҡтарын урыҫ, татар, сыуаш, удмурт, мордваларҙың өҫтәлдәрендә лә күрергә тура килә. Ә бәлеш, сәк-сәк, бауырһаҡ – һәр байрам өҫтәленең тиерлек биҙәге булып тора. Урыҫ билмәндәре лә табын күрке. Бына ниндәй берҙәмлек һәм дуҫлыҡ тураһында бәйән итә беҙгә автор.
Бигерәк тә бейеү теле һәр кемгә берҙәй аңлашыла. Сағыу костюмдар уларға буяу ғына өҫтәп ҡалмай, ә милли колорит үҙенсәлеге булып тора. Көй, хәрәкәт менән бергә улар берҙәм гамма барлыҡҡа килтерә, шул рәүешле танылып тора. Милли бейеү – халыҡ күңеле, халыҡ тормошо, көкнүреше һәм хыялдары сағылған көҙгө ул. Халыҡ көйө ғорурландыра. Башҡорт музыка ҡоралы ҡурайҙың серле әүрәткес тауышы бөтә донъяны үҙенә ҡаратты. Һәр халыҡтың үҙ йолалары, гөрөф-ғәҙәттәре, үҙ теле бар. Был баһалап бөткөһөҙ милли гәүһәрҙәр, беҙҙең ҡаҙаныш. Бына ошолар хаҡында яҙа Стәрлетамаҡ районында йәшәп ижад итеүсе яҡташ шағирә апай. Нисек үҫәбеҙ, нимәләр менән шөғөлләнәбеҙ, нимә яратабыҙ. Бында яҡын дуҫтарыбыҙ тураһында ғына түгел, беҙҙең менән йәшәүсе эт, бесәйҙәр, башҡа төрлө йорт хайуандары хаҡында ла һүҙ бара. Һәр ижад кешеһенә хас булған тәбиғәт донъяһы хаҡында яҙған шиғырҙары ла күңелде арбай. Сөнки шиғырҙарҙа ағастарҙың тын алғаны, һыу эскәне һәм үҫкәне ишетелеп ҡалғандай. Ә йылғалар, күлдәр, диңгеҙҙәр һуң? Улар ҙа тере һымаҡ: тулҡындары шым ғына шаулай йәки сылтырап аға. боҙ киткәндә шатланғандай булалар. Барыбыҙға ла аяҙ күк. сағыу ҡояш кәрәк. “Һеҙ үҙегеҙ тыуған һәм йәшәгән урынды яратаһығыҙ, ул – Ватан тип атала”, – ти шағирә. Юҡҡа ғына балалар яҙыусыһы Любовь Әфләтунованы Башҡортостандың Агния Бартоһы тип йөрөтмәйҙәр. Әйткәндәй, был китапҡа шағирәнең тәржемәләре ингән. Ул башҡорт, татар, сыуаш телендә яҙған шағирҙарҙың шиғырҙарын руссаға тәржема иткән. Стәрлетамаҡтан Рәмзәнә Абуталипова, Римма Ғәлимова, Салауат Рәхмәтулла, Зөбәржәт Йәнбирҙина һәм Земфира Муллағәлиеваларҙың шиғырҙары рус теленә тәржемә ителгән унда. Миңә был китап бик ныҡ оҡшаны.