Туҡталыштағы күп киоскыларҙы емерҙеләр. Улар ҡаланың тышҡы ҡиәфәтен генә боҙоп ҡалмайынса, ҡала халҡы ҡулланмаған йәки бөтөнләй тыйылған продукттарҙы һатыуҙары менән дә йәнгә тейәләр ине. Тәүлек әйләнәһенә эшләгәнгә күрә, улар эргәһендә йәшәүселәргә һүгенеү ишетергә лә, сығарып быраҡтырылған сүп-сарҙы ла аҙ күрергә тура килмәне. Сүп-сарҙы эргәләге ағас төптәренә ырғытыу сәбәпле күпме ағастар һәләк булды.
Подъездарға кодлы йоҙаҡтар, домофондар индерелгәс, тәмәкегә һәм алкоголгә ҡаршы закондар сыҡҡас, алкаштарҙан йәки күңелсәк йәштәрҙән ҡотолдоҡ тиергә була... Подъездарҙа һаҫыҡ еҫ юҡ, машиналар ихатала тыныс тора.
Ҡала хакимиәте лә бер урында ултырмай, яратҡан ҡалаһын биҙәүен дауам итә – йәйен һоҡланғыс сәскәләр, ҡышын шыршылы һәм иллюминациялы ҡаласыҡтар менән. Бөтә ҡала сағыу төҫтәргә күмелде. ялтлап тора, ошо фонда кешеләре лә бәхетлерәк күренә.
Шулай ҙа кәйефте ҡырған бер нәмә бар: ҡайһы бер урамдарҙа ҡот осҡос ҡиәфәттәге киоскылар ҡаланың тышҡы күренешен боҙоуҙы дауам итә. Шикле магазиндары менән туҡталыш павильондары тәүлек буйына эшләй. Эргәлә генә сауҙа үҙәктәре, ҙур магазин селтәрҙәре булғанда, уларға кеше йөрөй микән? Йөрөһә нимә һатып ала? Бына ошо һорауҙар уйландыра мине. Шундай киоскыларҙың береһе Гоголь урамындағы 3-сө йортта урынлашҡан. Көнө-төнө нимә һаталар икән унда? Шуны емереп алып ташлап булмаймы икән? Эргәһенән китә белмәгән шикле әҙәмдәр, эскеселәр тамам ялҡытты бит!