Ашҡаҙар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Көндөң яҡтылығы – ҡояшта, беҙҙең яҡты көнөбөҙ – һеҙ!

Ҡәҙерле киленем Зифа Фәиз ҡыҙы Күсәрбаеваны 6 март – тыуған көнө һәм ҡатын-ҡыҙҙар көнө байрамы менән, ә ҡалған килендәрем Зөлфиә Флүр ҡыҙы, Лилиә Мөхәмәт ҡыҙы, Әлфиә Әмир ҡыҙы, Шәүрә Марат ҡыҙы Күсәрбаеваларҙы һәм кесе киленем Эльвираны, шулай уҡ ейәнсәрҙәрем Альбина һәм Эльвинаны иң тантаналы байрамдарҙың береһе булған 8 Март- Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Ҡәҙерлеләрем! Яҙғы ҡояш нурҙары һәм һеҙҙең яғымлы йылмайыуығыҙ менән яҡтыртылған был көндө һәр саҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Көндөң яҡтылығы – ҡояшта, күктең матурлығы йондоҙҙарҙа булған һымаҡ, һеҙҙең һәр берегеҙ минең өсөн тормош биҙәге булған гүзәл зат! Тормошоғоҙ шатлыҡ менән тулы булһын! Яҡын кешеләрегеҙ ҡәҙерегеҙҙе белеп йәшәһен. Барлыҡ изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын. Ғүмер-ғүмергә бәхетле булығыҙ! Оҙон ҡыштан арынған йөрәгемде шулай йылытып, күңелгә йыр булып, һәр саҡ байрам кәйефе бүләк итеп йәшәгеҙ. Рәхмәт һеҙгә һәр ваҡыт яҡты сырайығыҙ, тәмле һүҙҙәрегеҙ менән ҡаршы алғанығыҙ өсөн! Ошо ғәжәйеп гүзәл байрам көнө баҡҡан ҡояштай һәр ваҡыт балҡып йәшәгеҙ!
Һеҙ барында йәм бар Ерҙә,
Һеҙ булғанда тәм дә бар.
Һеҙ булғанда дәрт бар йәндә,
Көс-ҡеүәт тә тәндә бар.
Һеҙ булғанда ижад та бар,
Һеҙ булғанға бар һәләт.
Был һүҙҙәрҙе әйтергә
Нәҡ һеҙ булдығыҙ сәбәп.
Әсә лә һеҙ, апа ла һеҙ,
Һәм һөйкөмлө һеңле һеҙ,
Һеҙ булғанға донъя йәмле,
Һытыҡ йөҙлө түгел һеҙ!
Һеҙҙә кешелек яҙмышы,
Һеҙҙә оло өмөттәр…
Шундай теләктәрҙә ҡала
Ерҙә һәммә егеттәр!
Иң изге теләктәр менән ҡайнығыҙ Ғәфүр Күсәрбаев.
Читайте нас: