Шуға күрә, хәҙерге заманда ҡыҙ балаға дөрөҫ тәрбиә биреү өсөн шарттар булдырыу дәүләт кимәлендә хәл ителә торған бурыстарҙың береһе булып торорға тейеш. Был эште нимәгә нигеҙләнеп һәм ни рәүешле башҡарырға тигән һорау актуаль һәм асыҡ булып ҡала. Шулай ҙа, беҙҙең мәғрифәтселәр һәм ғалимдар араһында ошо юҫыҡта хеҙмәттәре булған кешеләр күп. Ризаитдин Фәхретдинов, Мәрйәм Бураҡаева, Вилә Баймырҙина, Гүзәл Вилданова һәм башҡа фекерҙәштәрҙең айырым эштәренә таянып, яңы быуын ҡыҙ балаларын тәрбиәләү өсөн туған телдә әсбап төҙөргә мөмкин. Был ҡулланма ҡатын-ҡыҙҙар өсөн өйҙә лә, эштә лә бик файҙалы булыр ине. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, башҡа уҡыу йорттарында махсус курстар, хатта батша заманындағы кеүек айырым ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбе асып, милли ҡатын-ҡыҙ концепцияһын тормошҡа ашырыу милләтте һаҡлап ҡалыуҙың ышаныслы юлдарының береһе булып торор ине.
Ата-әсәләр өсөн ҡыҙ баланы тәрбиләү курсын үтеү үтә лә мөһим. Йәштәрҙең рухи һәм матди офоҡтары киңәйгән осорҙа балаларҙы балалар баҡсаһынан уҡ төрлө курстарға, секцияларға, түңәрәктәргә йөрөтә башланылар, хатта баланың буш ваҡыты ла ҡалмай. Ә баланың үҙе генә ҡалып, үҙ шөғөлөнә ваҡыт айыра торған арауығы булырға тейеш, туғандар, күршеләр, йәштәштәр, таныштар, ят кешеләр менән дөрөҫ мөнәсәбәт урынлаштыра белергә, үҙенән тыш башҡа кешеләрҙең ял ваҡытына, иғтибарға мохтаж булыуын аңлап өйрәнергә бурыслы. Хәҙерге заманда балалар үҙ хистәрен бик белдереп бармайҙар, хатта уны күрһәтә белмәйҙәр. Гаджеттарға мөкиббән китеүҙең эҙемтәһелер инде. “Ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың эмоциональ интеллекты” тигән төшөнсә барлыҡҡа килде. Махсус рәүештә хистәрҙе күрһәтергә, уларҙы аңларға һәм улар менән идара итергә өйрәткән әсбаптар, махсус курстар барлыҡҡа килде. Халҡыбыҙҙың йолаларына нигеҙләнеп, ҡыҙ балаларға иң башта әхлаҡ, әҙәп, туған телде өйрәтһәк, артабан шул ҡиммәттәрҙең нигеҙендә уның шәхесен төрлө яҡлап үҫтерһәк, милләтебеҙ һағында тороусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ишәйер ине.
Гөлшат ӘХМӘТОВА.