Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостандың Бюджет инвестициялары буйынса эксперт советы ултырышында ошо хаҡта хәбәр итте. Сара Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендә уҙҙы.
Сергей Новиков беренсе ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса республика адреслы инвестиция программаһын үҙләштереү барышы тураһында отчет менән сығыш яһаны. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына ҡарата исемлектән объекттар һалыу сиктәрендә сараларҙы үтәү ҡаралды.
Республика Иҡтисади үҫеш министрлығы башлығы һүҙҙәренсә, исемлеккә 100-ҙән ашыу объект индерелгән, бөгөнгә шуларҙың 17-һе файҙаланыуға тапшырылған, 47-һе төҙөлә.
Ултырыш аҙағында Эксперт советы ағзалары Ауырғазы районының Талбазы ауылында — физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Ейәнсура районының Таҙлар ауылында балалар баҡсаһы төҙөү, шулай уҡ белем биреү объекттары өсөн өҫтәмә ҡорамалдар һатып алыу өсөн аҡса бүлеү мәсьәләһен тикшерҙе.