– Төрлө проекттар уйланылды, шулай ҙа һыйымға туҡталдыҡ һәм уны былтыр ҡыш көнө урынлаштырып та ҡуйҙыҡ, – тип барлай башҡарылған эштәрҙе биләмә башлығы Рита Йосопова.
Әлбиттә, бындай программала тәүге тапҡыр ҡатнашҡанда бер аҙ шикләнеүҙәр ҙә булған, программаның төп шарты бит – сығымдарҙың ниндәйҙер өлөшөн башта урындағы халыҡ индерә, күпмелер аҡса булдыҡлылар өҫтәй, ҡалғаны иһә – дәүләт ярҙамы. Әммә ҡурҡыу урынһыҙ булып сыға. Үҙәк ролен үтәгән Яңы Федоровка-ла йәшәүселәр ҙә, биләмәгә ҡараған башҡа ауылдарҙың халҡы ла дәррәү эш башлай. Бигерәк тә инициатив төркөм етәксеһе Рәсимә Ғиззәтуллина халыҡты әүҙемләштереп, ҙур роль үтәй. Шул уҡ ваҡытта ошо ерлектең таянысы булған фермер-эшҡыуарҙар ҙа маҡтауға лайыҡ.
– Миңнулла Буранғолов, Александр Тихонов, Ҡасим Ишембаевтар гелән ярҙам итә, – тип телгә ала Рита Тәлғәт ҡыҙы йүнселдәрҙе.
Ғөмүмән, тиҙ арала ҙур трактор килеп, соҡор ҡаҙып та ҡуя, 60 кубометрлыҡ мискәне ер аҫтына урынлаштыралар ҙа. Һауытҡа һыуҙы йыраҡтан ташыйһы түгел – ҡоҙоҡ шунда уҡ ҡаҙылған. Тимәк, һыу бөтмәйәсәк.
345 мең һумлыҡ проектты башҡарып сыҡҡандан һуң биләмә етәксеһе халыҡ менән берлектә ең һыҙғанып икенсеһенә тотона.
– Был юлы мәктәптең тәҙрәләрен алмаштырырға булдыҡ һәм тиҙ арала документтарҙы тапшырып, ыңғай баһа алдыҡ, – тип һөйләй Рита Йосопова программаның мөмкинлектәре тураһын-да. Белем усағына пластик тәҙрәләр ҡуйыу иһә 1170 мең һумға төшкән. Эштәр шулай уҡ тиҙ арала башҡарылған, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр берҙәм булып балалар яҙғы каникулдан сығыуға төҙөүселәр ҡалдырған сүп-сарҙы йыйыштырып та ҡуйған.
Өсөнсө тапҡыр ҡатнашып, ауыл биләмәһе мәкәпкәсә төркөм бинаһын ремонтлай. Атап әйткәндә, ҡыйыҡ яңыртыла. Проект 630 мең һумға барып баҫҡан. Эштәр ошо көндәрҙә тамамланған да инде. Иҫке шифер һүтеп алынып, ҡыйыҡҡа йәшел төҫлө ҡалай ятҡан. Ҡыйыҡ менән бергә бинаның алды ла матурланған, буяла, ә ихатала иһә сәскәләр күҙҙең яуын алып тора. Ике тиҫтәнән ашыу малай-ҡыҙ каникулдан килгәс, баҡсаларын танымай ҙа торор әле.
Шулай итеп, бер түгел өс ҙур мәшәҡәт атҡарып сыҡҡандар бында Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү прог-раммаһы нигеҙендә, әммә киләсәктә лә туҡтап ҡалырға йыйынмайҙар: “Төрлө эштәрҙе башҡарыу өсөн трактор кәрәк”, – тиҙәр бер тауышҡа яңы федоровкалар. Ғөмүмән, халыҡ та, етәкселек тә ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса мөмкинлектәрҙе тулыһынса файҙаланырға тырыша. Мәҫәлән, экологик программаларға таянып, Мәҡ-сүт ауылы халҡының баҡсаларын яҙ ташҡын йыумаһын өсөн Ашҡаҙар йылға-һы тәрәнәйтелгән, “Реаль эштәр” проекты ярҙамында “Хәсрәтле әсә” һәйкәленә 870 мең һумлыҡ ремонт яһалған. Атап әйткәндә, һәйкәл реконструкцияланған, ҡоймалар ҡуйылған, эскәмйә урын-лаштырылған, юл түшәлгән. Әлеге проект ярҙамында ауыл спорт майҙансыҡлы ла булған.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: урындағы халыҡ милләт-ара, ауыл-ара дуҫ булып йәшәй. Эше лә, ашы ла бергә тигәндәй. Мәҫәлән, быйыл Мәҡсүт ауылында гөрләтеп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәргәндәр. Унда ауылдаштар ғына түгел, хатта ырыуҙаштары ла килгән. Туғандарын табып, туғанлашып ҙур табын ҡорғандар.
– Өмә булһынмы, байрам ойош-тороумы халыҡ беҙҙә әүҙем, дини йолаларҙы тотоп йәшәйҙәр, – ти, мәҫәлән, Мәҡсүт ауылының дин әһеле Урал Әлимбаев. Ғөмүмән, тормош ҡайнай бында.