Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
31 Август 2018, 12:48

Башланған эш – бөткән эш

Билдәле булыуынса, Стәрлетамаҡта быйыл һәм алдағы йылда ике яңы мәктәп сафҡа инәсәк. Улар – республикабыҙҙың йөҙ йыллығы айҡанлы, 100 объект исемлегендә. Юбилей объекттарын төҙөүҙе төбәк етәкселеге айырыуса иғтибарҙа тота.

Ҡаланың көнбайыш биҫтәһендәге ҙур мәктәп 1225 уҡыусыға иҫәпләнгән. Ул өс блокка бүленгән: башланғыс кластар, уртансы һәм өлкән кластар өсөн һәм спорт комплексы. Бинала шулай уҡ ғилми лабораториялар, 300 квадрат метр майҙанлы ике спорт залы һәм 500 урынлыҡ ҙур тамаша залы буласаҡ. Алдағы һандарҙа хәбәр ите-үебеҙсә, мәктәпте быйыл тап-шырыу планлаштырыла, тимәк, уҡыусылар ҡыш көнө үк яңы бинаға уҡырға күсә, тигән һүҙ.
Икенсе белем усағы – 320 урынлыҡ яңы мәктәп Шахтау биҫтәһендә буласаҡ. Был шатлыҡлы ва-ҡиғаны урындағы халыҡ күптән көтә, ни өсөн тигәндә, ҡасабалағы берҙән-бер учреждение күп күрһәткестәр буйынса заманса белем биреү талаптарына тап килеп етмәй. Унда, мәҫәлән, тамаша залы ла юҡ. Шахтауҙағы мәктәп иһә алдағы уҡыу йылы башланыуға сафҡа индереләсәк. Башланған эш – бөткән эш, ти халыҡ. Береһендә йәшелләндереү мәшәҡәттәре ҡайнаған, икен-сеһенә нигеҙ һалынған белем усаҡтары үҙ ишектәрен асы-рына күп ҡалманы.
Читайте нас: