Ашҡаҙар
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
4 Сентябрь 2018, 15:03

МӘКТӘП ЯНА, Ә КҮП ФАТИРЛЫ ЙОРТТА ГАЗ ШАРТЛАҒАН

Ҡаланың яңы ғына эшләй башлаған берҙәм диспетчерлыҡ үҙәге 112 телефоны буйынса 29 августа иртәнсәк Шахтау мәктәбендә янғын сығыуы тураһында, ә кис Ленин проспекты 19А адресы буйынса урынлашҡан күп фатирлы йортта газ йыйылып тороп шартлауы хаҡында хәбәр ала. Ваҡиға урынына беҙ ҙә барҙыҡ һәм хатта ҡотҡарыусыларҙан алданыраҡ...

Ҡаланың яңы ғына эшләй башлаған берҙәм диспетчерлыҡ үҙәге 112 телефоны буйынса 29 августа иртәнсәк Шахтау мәктәбендә янғын сығыуы тураһында, ә кис Ленин проспекты 19А адресы буйынса урынлашҡан күп фатирлы йортта газ йыйылып тороп шартлауы хаҡында хәбәр ала. Ваҡиға урынына беҙ ҙә барҙыҡ һәм хатта ҡотҡарыусыларҙан алданыраҡ...
Журналистарҙың бәлә сыҡҡан урынға ҡотҡарыусыларҙан алда килеп етеүен күнекмәләр менән аңлатырға булалыр. Һүҙ тап ошо сара хаҡында бара ла инде. Ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ҡаланың ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе Юрий Тротт әҙерләгән һынау буйынса ҡотҡарыусылар был көндө ике тапҡыр күнекмәләрҙә ҡатнашты.
9-сы мәктәптәге иртәнге “янғында” әлегә унда уҡыусылар юҡ ине. Шулай ҙа педагогтар ҡатнашлығында үткән күнекмәләр ҙә ҡотҡарыусылар бригадаһының әҙерлеген тикшерергә, янғын осрағында яуаплыларҙың хаталарын һәм етешһеҙлектәрен билдәләргә мөмкинсе-лек бирҙе. Әйткәндәй, уҡыу йортонда күнекмәләр шыма үтмәне, теоретик яҡтан барыһын да яҡшы белһәләр ҙә, вахтала ултырған инәй ҡотҡарыусыларға хәбәр итергә, йәғни шылтыратырға онотҡан.
Ленин проспекты 19 А адресы буйынса урынлашҡан күп фатирлы йортҡа барғанда ысын фажиға булған кеүек күренешкә тап булаһың, төтөн генә юҡ. Хужалары күсеп киткән авариялы хәлдәге, һүтелә башлаған йорт һайланған ине. Легенда буйынса йорт шартлап, түбәһе килеп төшкән, ә стенаһы урамда ултырған машинаның өҫтөнә ишелгән, емеректәр аҫтында 5 кеше ҡалған. Берҙәм диспетчерлыҡ үҙәгенә шылтыратҡандан һуң бер нисә минуттан газ хеҙмәте килеп етте, улар газ һүндереү эштәрен үтәне, артабан ҡотҡарыусылар килде, полиция биләмәне һаҡҡа алды. Ҡотҡарыусылар төркөмдәргә бүленеп, эш башланы: бер төркөм машина эсендәгеләрҙе ҡотҡарырға тотондо, ә икенселәр йортҡа инеп китте. Еңел автомобилдә ултырған ике кешене ҡотҡарыу өсөн автомобилдең аккумулятор батареяһын ысҡындырып, ишектәрен, түбәһен, ултырғыстарын ҡырҡып ташларға тура килде. Йорт эсендә аҫта ҡалған кешеләрҙе күтәреп, ә өҫтәгеләрҙе арҡан һүҙып төшөрҙөләр.
– Күнегеүҙәр булғас, егеттәр ашығыс эшләмәне, ғәҙәттә, ысын саҡырыуға сыҡҡанда улар күпкә етеҙерәктәр. Мәҫәлән, машинанан ҡотҡарыу юл-транспорт бәрелештәрендә йыш осрай, емерелгән тимер аҫтында тере кеше барлығын белгәндә етеҙ эш итергә кәрәк. Нисек кенә булмаһын, ҡотҡарыусылар еренә еткереп эшләне, беҙгә биш кеше булыуы билдәле булһа ла, махсус йәшерелгән алтынсы моникенды ла таптылар. Тимәк, күнегеүҙәр булһа ла бина тулыһынса тикшерелгән, – тине ҡала буйынса авария-ҡотҡарыу отрядының начальник урынбаҫары Ирек Сөнәйев.
Ҡотҡарыу күнекмәһе тамамланғас ҡаланың ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе Юрий Тротт ҡатнашыусылар менән фекер алышты. Уның һүҙҙәренсә, дөйөм алғанда эш яҡшы үтәлде, әммә етешһеҙлектәр бар һәм уларҙы хәл итергә кәрәк буласаҡ.
– Кеше ғүмере хәүефһеҙлеге тураһында һүҙ барғанда, етешһеҙлектәрҙең бәләкәйе, ҙуры булмай, барыһын да үтәргә кәрәк, – тигән һүҙҙәр менән тамамлап ҡуйҙы етәксе ҡотҡарыу күнекмәләрен.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: