Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
7 Сентябрь 2018, 13:32

Һайлауға кил, гражданлыҡ бурысыңды үтә!

9 сентябрҙә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлайбыҙ. Ҡалабыҙҙа был эштәр нисек ойошторола, ниндәй яңылыҡтар көтөлә? Етди сара алдынан ошо һәм башҡа һорауҙар менән Стәрлетамаҡ территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Евгений Владимирович СИЗОВҡа мөрәжәғәт иттек.

– Ҡалала барлығы күпме һай-лаусы һәм нисә һайлау участкаһы бар?
– 2018 йылдың 1 июленә ҡарата ҡала округы биләмәһендә 205117 һайлаусы теркәлгән. Һайлау участ-каларына килгәндә, барлығы 114 һайлау участкаһы булдырылды. Шулай уҡ һайлаусылар ваҡытлыса булған урындарҙа, мәҫәлән, дауа-ханаларҙа, төрмәләрҙә 6 участка эшләйәсәк. Бөтәһе – 120 участка.
БР Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының территориаль һайлау комиссияһына 23-сө Нахимов, 24-се Ольховка, 25-се Отрадовка, 27-се Шихан һайлау округтары буйынса эш алып барырға хоҡуҡ бирелгән.
– Ә Стәрлетамаҡ биләмәһендә нисә кандидат теркәлде?
– Алда телгә алған округтарҙа төрлө сәйәси партияларҙан (ЛДПР, КПРФ, “Ғәҙел Рәсәй”, “Берҙәм Рәсәй”, ”Рәсәй патриоттары”) 19 кандидат теркәлде.
– Был һайлауҙарҙа тауыш биреү өсөн күберәк электрон йәшниктәр ҡуйыласаҡ...
– Ҡалала беренсе тапҡыр 82 участкаға һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы (КОИБ) ҡу-йыласаҡ. Бындай комплекстар бюл-летендәрҙе төшөрөү менән автоматик рәүештә тауышты иҫәпләп барыуға тәғәйенләнгән.
– Етди сара алдынан һайлау-сыларға теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?
– Ҡала халҡы 9 сентябрҙә һайлау участкаларына килеп, кемгәлер та-уыш биреп, әүҙем гражданлыҡ пози-цияһын күрһәтерҙәр тип ышанам. Республика киләсәгенә туранан-тура бәйле сараларҙан ситтә ҡалмағыҙ. Ниндәй депутаттар үтәсәк – ул һеҙҙең тауыштарығыҙҙан тора.
Читайте нас в