Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
7 Сентябрь 2018, 13:37

Үҙебеҙҙең һөттө генә эсербеҙ

БР Хөкүмәте 5 сентябрҙә 2020 һәм 2030 йылдарға тиклемге осорға «Башҡортостан Республикаһында һөтсөлөк тармағын үҫтереү» ком-плекслы программаһын раҫланы. Инвестицияларҙың төп күләме – 60 миллиард һумдан ашыу.

«Был проект беҙгә һөт продукттарын етештереүҙе икеләтә арттырырға һәм уның күләмен 1,5 миллион тоннаға еткерергә, һөттөң тауарлыҡ кимәлен 95 процентҡа тәьмин итергә, һыйырҙарҙан йылына уртаса 7400 килограмм, ә ауыл хужалығы ойошмаларында 9000 килограмға тиклем һөт һауырға форсат бирәсәк», – тип билдәләгән БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. Уның һүҙҙәренсә, һөт етештереүселәр аҙая бара, сөнки улар – күп, ныҡлы үҫешер өсөн үҙҙәренең финанс, кадрҙар мөмкинлеге юҡ кимәлдә. Шуға һөт баҙарында башлыса эре хужалыҡтар ҡала бара һәм көсһөҙҙәр ҙурҙары иҫәбенә бөлөүҙән һаҡланасаҡ.
Программа бер нисә этапта баш-ҡарыласаҡ. Беренсеһендә мал иҫәбе контролгә алынасаҡ, ауыл хужалығы инфраструктураһы заман талаптарына яраҡлаштырылып яңыртыласаҡ. Икенсе этап 20-25-ләп юғары технологиялы индустриаль ферма төҙөү һәм һөт эшкәртеүҙе модернизациялауҙы күҙ уңында тота. Өсөнсө этапта юғары һөҙөмтә бирерлек һәүкәшкәйҙәр арттырыласаҡ, тоҡом малы дөйөм һыйырҙарҙың 70 процентын тәш-кил итәсәк. Был ауыл хужалығы ойошмаларының килемен арттырыуға булышлыҡ итәсәк.
Бөгөн беҙҙә йылына 715 мең тонна һөт етештерелә, ә инвестициялар индерелгән хәлдә күрһәткестәр миллиондан ашып китәсәк һәм, иң мөһиме, ситтән һөт килтерелмәйәсәк, һөт продукцияһы хатта сит төбәктәргә лә сығарыласаҡ.
Читайте нас: