Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
21 Сентябрь 2018, 14:05

Депутаттар танытмалы булды

Стәрлетамаҡта һайланған БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 6-сы саҡырылыш депутаттарына танытмалар тапшырылды.

Территориаль һайлау комиссияһының тантаналы ултырышында ҡала советы рәйесе Андрей Ширяев һәм ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов та ҡатнашты. Сарала Стәрлетамаҡ территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Евгений Сизов һайлау кампанияһының Стәрлетамаҡ буйынса һөҙөмтәләре менән таныштырып үтте һәм еңеүселәрҙең исемен атаны. Шулай итеп, Нахимов һайлау округында Сергей Лобастов («Берҙәм Рәсәй») 64,29 процент тауыш йыйған, Ольховка һайлау округында Гүзәл Йосопова («КПРФ») – 31,6 процент, Шихан һайлау округында Азат Ҡорбанғәлиев («Берҙәм Рәсәй») – 65,9 процент. Комиссия ағзалары һайлап алынған был депутаттарҙы теркәү тураһында ҡарарға килде һәм тантаналы рәүештә уларға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты таныҡлығы тапшырылды.
Читайте нас: