Ике быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, халыҡ ҡаһарман батырын онотмай. Уға арнап, легендалар, йырҙар сығарған. Ошо рухи ҡомартҡылар телдән-телгә, быуындан-быуынға күскән һәм беҙҙең көндәргәсә килеп еткән. Айыусы ауылы халҡы, Ҡаһым Мырҙашевтың туранан-тура вариҫтары, был тарихи шәхестең исемен мәңгеләштереү өсөн бик күп эштәр башҡара. Әлеге фестиваль дә тап ошо хаҡта һөйләй. Ул идеяны хуплап сыҡҡан район хакимиәтенә,
БР Мәҙәниәт министрлығына афарин тип әйтергә генә ҡала.
Фестивалде асыу тантанаһы ауыл мәсете имамы тарафынан Ҡаһым түрә рухына аят уҡыу менән башланып китеүе ҙур мәғәнәгә эйә. Ҡаһым түрәгә арналған стелаға, “Ашҡаҙар” йырына бағышлап ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалған тулҡынландырғыс минуттарҙа ошо ауыл ҡыҙы Венера Ҡасҡынова башҡарыуында йөрәк тетрәндергес “Ашҡаҙар” йыры яңғырай. Бик һирәктәр генә башҡара алған данлыҡлы “Ашҡаҙар” йыры был минуттарҙа Айыусы ауылынан артылып, Ашҡаҙар туғайҙарына таралды. Эйе, Ашҡаҙар бу-йында тыуып үҫкән кеше генә был йырҙы шулай күкрәк тултырып йырлай алалыр ул...
Башҡортостандың 100 йыллығына арналған тарихи йыр фестивалендә республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан йәмғеһе 62 конкурсант ҡатнашты. Шулар араһынан 6 башҡорт йыры ансамбле, 15 биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары үҙ эшен күргәҙмәгә ҡуйҙы. Ижади коллективтар һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙың сығышы жюри тарафынан “Башҡорт халыҡ тарихи йыры” һәм “Биҙәү – ҡулланма ижады” номинацияларында баһаланды.
Беренсе тапҡыр фестиваль 2016 йылда уҙғарылғайны. Был юлы, сағыштырмаса, үҫеш барлығы күренеп тора. Ойоштороу яғы ла, ҡатнашыусыларҙың сығышы ла камилыраҡ, еренә еткерелгән тиергә була. Шуныһы һөйөнөслө, был юлы балалар ҙа күп ҡатнашты. Сараны ҡарарға тотош ауыл халҡы йыйылыуы ла – шатлыҡлы хәл.
Әлбиттә, баһалама ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләүе еңелдән булма-ғандыр. Ҡул эштәре күргәҙмәһендәге һәр хеҙмәткә генә лә, мәҫәлән, беренсе урын бирергә булыр ине. Йыр-моң ағылған сәхнәне күҙәтеүе – үҙе оло кинәнес. Мәҫәлән, бер-бер артлы сығыштарҙы шығырым тулы зал дәррәү алҡыштарға күмеп оҙатты, ҡушылып йырлап та алды, моңло йырҙарҙы тыңлап уйға ҡалды... Шуға һәр башҡарыусы һөйөү уятты, әммә был кистә Стәрлебаш районы егете Зөфәр Атанғоловҡа етеүсе булмағандыр. Ул “Сибай”, “Абдрахман” йырҙары менән барыһын да хайран итте. Халыҡ сәхнәнән ебәрмәй ҡабат-ҡабат йырлауын һораны. Гран-при ҙа бит нәҡ уға тапшырылды. Афарин, Ҡаранай батыр вариҫы!
...Рухиәтебеҙҙе байытҡан сара хаҡында тамашасы булараҡ тағы бер-нисә фекеремде әйтергә теләйем. Беренсенән, бер үк йырҙы бер нисә кеше башҡарҙы. Алдағы конкурстарҙа йырҙарҙың те-матикаһын төрләндерергә кәрәк, тип уйлайым. Һирәк йырланған, онотола барған йырҙарҙы халыҡҡа сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуйырға кәрәк. Тағы ла шуныһы: үҙешмәкәр йырсыларға профессиональ йырсылар менән бер рәттән баһа биреү бик үк дөрөҫ түгелдер. Уларҙың һәр ҡайһыһына айырым номинациялар булдырырға кәрәк, минеңсә. Бер тапҡыр лауреат исеменә лайыҡ булғандар, икенсе юлы ла ҡатнашып, тәүге урындарҙы алыуы йәнә һорау тыуҙыра. Әммә башта әйтеп үтеүемсә, фестиваль камиллаша бара һәм киләһе юлы тышта ҙур сәхнә ҡороп, оло йыйын итеп уҙғарылырға тейеш был сара.