Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
12 Октябрь 2018, 09:38

Дәүләт ярҙамынан баш тартмағыҙ

Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре менән Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Алексей КАРПУХИН килде. Алек-сей Иванович РФ Дәүләт Думаһы депутаты Алексей ИЗОТОВ, ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Юрий ТРОТТ һәм профсоюз ойошмаларының территориаль берекмәһе рәйесе Таһир ҒӘЙЕТҠОЛОВ менән берлектә сәнәғәт майҙансыҡтарын барып күрҙе.

Урап сыҡҡан предприятиеларҙың береһе быйыл юбилейын ҡаршылай, “Башпласт” компанияһы барлыҡҡа килеүгә – 10 йыл. Әлбиттә, ҙур байрамын ҡаршылаған коллективта күтәренке кәйеф һиҙелә, шулай ҙа делегация эш барышын ҡарап сығып, маҡтарлыҡ урындарҙы ла, етешһеҙлектәрҙе лә билдәләп үтте. Профсоюздар ойошмаһы вәкиле хеҙмәткәрҙәрҙең эш урынын, ундағы талаптарҙың үтәлеүен баһалап барһа, башҡалар бинаны, етештерелгән продукцияны, эш ҡалыптарын күҙәтте.
Әлбиттә, яңы предприятиеларҙа инновацион технологиялар булыуы ҡыҙыҡһындырҙы, был һорауҙы министрға ла бирҙек.
– Технологик яҡтан инновациялар бар тип әйтеп булмай, сөнки сеймал әҙер килеш ҡайтарыла, ә бына әҙер продукция – инновацион күренеш, сөнки ундай тауарҙар бик һирәк, – тине Алексей Иванович был һорауға яуап биреп.
Делегацияны юбиляр компа-нияның хеҙмәткәрҙәре тантаналы йыйылышта көтөп тора ине был ваҡытта, унда иң яҡшыларҙы билдәләп, маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды. Министр иһә бөтә хеҙмәткәрҙәр алдында компания етәкселеген үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы, уның фекеренсә, компанияға дәүләт ярҙамдары өлкәһендә эшләйһе бар.
– Әлбиттә, эште уңышлы алып бараһығыҙ, әммә дәүләт ярҙамдарын да ҡулланырға кәрәк. Республика предприятиелары үҫешһен өсөн фонд булдырылған, бөтә ойошмалар ҙа һалымдарға льгота, ҡорамалдарҙы лизингка алыу, эшкәртеү процесында ҡулланылған ҡорамалдарҙы модернизациялау формаһында ярҙамды дәүләттән алырға хоҡуҡлы, – тине Алексей Карпухин.
Делегация сәнәғәт урынында ғына түгел, яңыраҡ төҙөлгән мең урынлыҡ 11-се мәктәпкә барып, ағас ултыртыуҙа ла ҡатнашты. Яңы мәктәп бинаһында әлегә үҫентеләр күп түгел, әммә ултыртылған йүкәләр буласаҡ аллеяға башланғыс булып тормаҡсы. Етәкселәр буш ҡул менән килмәне, әлбиттә, бындағы уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән бер аҙ әңгәмә ҡорғас, футбол һәм баскетбол туптары бүләк итеп, үҙ эшен йомғаҡлап ҡуйҙы. Ғөмүмән, эш сәфәре эшлекле булды.
Читайте нас: