Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
12 Октябрь 2018, 09:42

Республиканың киләсәге төҫмөрләнде

Республика көнө уңайынан ошо арала ҡалала байтаҡ саралар үтте. Иң сағыуҙарының береһе, әлбиттә, әлеге байрамға арналған тантаналы кисәлер. Матур теләктәр һәм байрам концерты өсөн генә түгел, унда, әйтерһең дә, республиканың киләсәге төҫмөрләнде.

Стәрлетамаҡтарҙы тәбрикләү һүҙен тәү сиратта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев алды. Ул республиканың уңыштары һәм йөҙ йыллығына арналған эштәр тураһында һөйләп үтте.
– Башҡортостандың юбилейына арнап 110 объект асыу ҡаралған. Был тиклем эште
башҡарып сығыу өсөн 44 миллиард һум аҡса тото-ноласаҡ. Йыл аҙағына тик-лем 25 объект сафҡа инәсәк, – тип таныштырҙы ул пландар менән. Әйткәндәй, Марат Шәриф улы етди хеҙмәт юлын нәҡ Стәрлетамаҡта башлаған. Шуға уның өсөн был ҡала айырыуса мәғәнәгә эйә.
Эйе, күптәр ҙур тормош юлын ошо ҡалала башлаған, старт алған, сөнки бында үҫеш өсөн бар шарттар ҙа бар. Стәрлетамаҡ уңыштары тураһында артабан ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов бәйән итте.
– Стәрлетамаҡ Башҡортостан тарихында һәр саҡ мөһим роль уйнай. Ул 1919 йылдан алып 1922 йылға тиклем республиканың баш ҡалаһы була, – тип ғорурланды Владимир Иванович. Әлбиттә, республика юбилейына арналған эштәр Стәрлетамаҡты ла урап үтмәй. Беҙҙә ике мәктәп төҙөлә. Беренсеһе көнбайыш биҫтәлә булһа, икенсеһе – Шахтауҙа. Тәүгеһе быйыл уҡ ишектәрен асасаҡ. Ҡала етәксеһе ошо белем усаҡтары тураһында ла әйтеп үтте.
Тәбрикләү һүҙенән һуң Владимир Куликов ҡала хакимиәте башлығы стипендиаттарын ҡотлап үтте. Сәхнә тултырып бер төркөм йәштәр сығыуы, әлбиттә, байрамға мәртәбә өҫтәне.
Байрам концертын айырым телгә алып китеү ҙә урынлы һымаҡ, сөнки бында йыр-моң ғына ағылып ҡалманы, ә күҙ алдында тарихты тергеҙерлек күренештәр ҙә булды. Мәҫәлән, ҡала, республика үҫешенә өлөш индергән, инде арабыҙҙан киткән шәхестәрҙең фотолары экранда пәйҙә булды. Уларҙы тамашасылар баҫып иҫкә алды. Артабан экранда Стәрлетамаҡтың әлеге геройҙары күрһәтелде. Йәнә дәррәү алҡыштар!..
Кемдер асыш яһай, кемдер етештерә, кемдер халыҡты йыр-моңо менән ҡыуандыра. Бер-бер артлы йырлаған-бейегән артистарға ҡарап, һоҡланып туймаҫлыҡ ине. Бигерәк тә йәштәр күп булыуы өмөттәр уятты. Улар үҙ телендә йырлап, үҙ бейеүен бейеп кенә ҡалманы, ә башҡа милләт мәҙәниәттәрен дә күрһәтергә тырышты. Йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеүҙе һәм Башҡортостанда төрлө милләт, дин вәкилдәре дуҫ-татыу йәшәүен күрһәтте һымаҡ был сығыштар. Уларҙа төрлө яҡлап үҫешкән республика киләсәге сағылды.
Читайте нас: