Әнүәр Бакиров 1964 йылдың 26 февралендә Өфөлә тыуған. 1984 йылда Башҡорт дәүләт университетының дауалау факультетын тамамлаған. 1998 йылда — «Ҡыҙыл үңәс стриктураһында төрлө эзофагопластика алымдарын сағыштырма баһалау» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы, 2001 йылда «Ҡыҙыл үңәстә һәм ашҡаҙанда яман булмаған сирле ауырыуҙарҙы реконструктив-тергеҙеү дауалау» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған.
Медицина эшмәкәрлеген 1987 йылда Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында башлай. 2002-2007 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы. 2011-2012 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары. 2012-2014 йылдарҙа – «Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансер» һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының баш табибы. 2002 йылдан әлегә тиклем – Башҡорт дәүләт медицина университетының дөйөм хирургия кафедраһы профессоры.
«Уның ғилми потенциалы юғары булғас, уға был өлкәлә эш тәҡдим ителәсәк», - тип хәбәр итәләр.