Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
2 Ноябрь 2018, 18:36

Ватаныбыҙ менән ғорурланабыҙ!

Илебеҙ Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләй.4 ноябрҙәге байрам датаһы мөһим тарихи ваҡиға менән бәйле: 1612 йылда Минин һәм Пожарский етәкселегендәге халыҡ ополчениеһы Мәскәүҙе поляк баҫҡынсыларынан азат итә. Ул саҡта Рәсәй дәүләте тарихында тәүге тапҡыр бөтә халыҡ, барлыҡ ҡатламдар, ҡалалар һәм ауылдар берләшә.

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы:
— Христианлыҡ һәм исламды, башҡа традицион диндәрҙе берләштергән Рәсәй үҙ өлгөһөндә бөтә донъяға төрлө милләт һәм конфессия вәкилдәренең уртаҡ йортта дуҫлыҡ һәм татыулыҡта йәшәүен күрһәтте.
«Татыулыҡ — ҙур байлыҡ», ти халыҡ аҡылы. Был әйтем айырым ғаиләгә лә, тотош ил халҡына ла тура килә, сөнки һәр дәүләт — үҙе ҙур ғаилә. Рәсәй халҡы бер туп булып ойошоп, һуғыш афәттәренә ҡаршы торған, илде аяҡҡа баҫтырған, тәбиғәт ғәрәсәттәрен еңгән. Берҙәмлек һәм татыулыҡ сәнәғәт, техник, фәнни һәм рухи үҫешкә булышлыҡ иткән. Беҙ бергә Бөйөк Ватан һуғышында ҙур һынау үттек, еңеүҙәргә, Юрий Гагариндың йыһанға осоуына, спортсыларыбыҙҙың миҙалдар яулауына, ғалимдарыбыҙҙың яңы асыштарына ҡыуандыҡ.
Республикабыҙ һәр ваҡыт ил үҫешенә тос өлөш индергән. 30-сы йылдарҙа Граждандар һуғышынан һәм интервенциянан миктәгән йәш Рәсәй союз республикаһы индустрия тармағында алға китеш яһай: тотош ил ҙур төҙөлөш майҙанына әйләнә. Мәскәү метроһын төҙөүсе һәр туғыҙынсы кешенең Башҡортостандан булыуын, бәлки, бөгөн күптәр белеп тә етмәйҙер. Метроның «Сокольническая», «Комсомол» һәм «Лермонтов» линияларын һәм станцияларын Ҡалтасы районы комсомолдары төҙөй.
Республика предприятиелары осоусы һәм йөк йыһан кораблдәрен эшләүҙә һәм камиллаштырыуҙа ҡатнаша.
Уҙған быуаттың 70-се йылдары уртаһында бар халыҡты йәлеп иткән БАМ төҙөлөшө башлана. Байкал-Амур тимер юл магистрале буйында Советтар Союзының күпселек төбәктәренән килгән шеф коллективтар ярҙамы менән төҙөлгән заманса ҡасабалар һәм ҡалалар ҡалҡып сыға. БАМ-дың көнсығыш өлөшөндәге Верхнезейск станцияһын һәм ҡасабаһын Башҡорт АССР-ы төҙөүселәре сафҡа индерә.
Бындай башланғыстар Рәсәй халҡын, шул иҫәптән Башҡортостан кешеләрен берләштерә. Беҙҙәге мультикультурализм — үҙе үк үҙенсәлекле һәм оло баһаға лайыҡ күренеш. Беҙ төрлө халыҡтарҙың йолаларына, мәҙәниәтенә, диненә ҙур хөрмәт менән ҡарайбыҙ. Милли мәҙәниәттәрҙең күп төрлөлөгө, рухи ҡиммәттәр беҙҙе байыраҡ һәм әхлаҡи йәһәттән көслөрәк итә.
— Башҡортостан Республикаһы — Рәсәй Федерацияһының көслө иҡтисади потенциалға, тәбиғәт байлыҡтарына, кеше капиталына эйә үҙенсәлекле төбәге, — тип билдәләне республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров. — Әммә артабанғы үҫеш, халыҡтың тормошон яҡшыртыу кеүек бурыстарҙы хәл итеү барлыҡ көстәрҙе бергә туплағанда ғына мөмкин буласаҡ.
Берҙәмлек күп төрлөлөктә
Башҡортостан — илдең иң ҙур төбәктәренең береһе. Быуаттар дауамында уның биләмәһенә төрлө халыҡтар күсеп ултырған. Бөгөн ул күп милләтлелек йәһәтенән Рәсәй буйынса Дағстандан ҡала икенсе урынды биләй.
Республикала йәшәүсе милләт-тәрҙең берҙәмлеге мәсьәләһенә дәүләт тарафынан ҙур иғтибар бүленә. 2017-2022 йылдарға «Рәсәй халҡының берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортос-тан Республикаһы халыҡтарының этномәҙәни үҫеше» тигән программа эшләнгән. Был башланғыс илһөйәрлек тойғоһо, гражданлыҡ яуаплылығы, ил тарихына ҡарата ғорурлыҡ тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Милләт-ара бәйләнеш мәҙәниәте толерантлыҡҡа, милли ҡаҙаныштарҙы хөрмәтләүгә ҡоролған.
Төбәгебеҙҙе төйәк итеүсе халыҡтарҙың мәҙәниәтен үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар булдырыла. Башҡорт, татар, сыуаш, мари һәм удмурт милләте күпләп йәшәгән райондарҙа балаларҙы уҡытыу туған телдә алып барыла. Бынан тыш, мәктәптәрҙә фән булараҡ 15 туған тел өйрәнелә. Биш телдә гәзит һәм журналдар нәшер ителә, теле- һәм радиотапшырыуҙар алып барыла.
Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡарамағында 40 милли-мәҙәни берләшмә эшләй. Ул Дөйөм Рәсәй халыҡтар дуҫлығы йорттары ассоциацияһы составына инә.
Йыл һайын Халыҡ-ара Аксаков байрамы, Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре үткәрелә. Республика күләмендәге «Шәжәрә» байрамдарын, «Киң Масленица», «Наурыҙ», республикала йәшәүсе халыҡтарҙың милли-мәҙәни байрамдарын уҙғарыу матур традицияға әйләнгән.
Быйыл дәүләт программаһы сиктәрендә ойошторолған байрамдар араһынан «Ural-Batyr» башҡорт рок фестивален айырып билдәләргә мөмкин. Өфөләге Республика халыҡ ижады үҙәгендә Башҡортостандың район һәм ҡалаларынан рок-төркөмдәр йыйылды. Фестивалдә ҡатнашыусы һәр кем студияла йыр яҙҙырыу өсөн сертификатҡа эйә булды. Шулай уҡ ҡатнашыусыларҙы уртаҡ теләк — ҡасан да булһа башҡорт рогын донъя киңлегенә сығарыу идеяһы берләштерҙе.
Күмертау ҡалаһында матур традицияға әйләнгән «Казак спасы» фестивале үтте. Уның төп маҡсаты — казак берләшмәләрен туплау һәм улар араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү. Фестивалгә Ҡаҙағстандан, ЯНАО, Һамар, Пенза, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан ижади коллективтар һәм башҡарыусылар йыйылды. Казактар йырлап-бейеп кенә ҡалманы, хәрби-ғәмәли спорт төрҙәрендә ярышып, оҫталығын һынаны.
Бөтә донъя фольклориадаһы
Күләмле, әһәмиәтле ваҡиғаға — 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына бер йылдан саҡ ҡына күберәк ваҡыт ҡалды. Сараға Ер шарының төрлө мөйөштәренән ижади коллективтар йыйыласаҡ. Беҙҙе йыр, бейеү һәм дуҫлыҡ байрамы көтә. Фольклориаданы тап беҙҙең республикала уҙғарыу юҡҡа түгел.
— Башҡортостан — юғары кимәлдәге халыҡ-ара мәҙәни сараны лайыҡлы ҡаршы алыуға һәләтле биләмә, — тине Рәсәй дәүләт Халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова. — Мәҙәниәт өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы клуб учреждениелары һаны буйынса ла, милли мәҙәниәтте танытҡан коллективтарҙың әҙерлек һәм эшмәкәрлек кимәле йәһәтенән дә беренсе урынды биләй. Был төбәк власының мәҙәниәтте, үҙешмәкәр сәнғәтте үҫтереүгә, һаҡлауға һәм таратыуға етди иғтибар бүлеүе хаҡында һөйләй. Башҡортостанда үтәсәк Фольклориада сағыу, үҙенсәлекле һәм иҫтә ҡалырлыҡ сара булыр тип ышанам.
Нисек билдәләйбеҙ
БР Мәҙәниәт министрлығы мәғлү-мәттәренә ярашлы, Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы ижтимағи-сәйәси, мәҙәни һәм спорт саралары уҙғарыу планға алынған. 4 ноябрҙә Өфөлә рес-публиканың барлыҡ ҡалалары һәм райондарынан йыйыласаҡ милли-мәҙәни һәм ижади коллективтар ҡатнашлығында тантаналы концерт үтәсәк.
Байрам алдынан, 2 ноябрҙә, «Дәүләт-милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу барышында йәштәрҙә гражданлыҡ һәм илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү» темаһына «түңәрәк өҫтәл» ойошторола.
3 ноябрҙә Октябрьский ҡалаһында «Дуҫлыҡ» төбәк-ара милли мәҙәниәттәр фестивале уҙа. Унда бейеү һәм вокаль халыҡ коллективтары сығыш яһаясаҡ.
Бынан тыш, 4 ноябрҙә беҙҙе Сәнғәт төнө тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһы көтә. Уға республиканың барлыҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт ойошмалары — музейҙар, театрҙар, китапханалар, галереялар ҡушыласаҡ. Быйылғы акцияның дөйөм темаһы — сәнғәт берләштерә. Ә республикабыҙҙа был сара Ғаилә йылына ла арнала.
Читайте нас: