Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
3 Ноябрь 2018, 14:04

Киләһе йылдарға социаль-иҡтисади үҫеш пландарын атанылар

Эш хаҡы 6 меңгә артасаҡ.

Кисә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай президиумы ултырышында Башҡортостандың иҡтисад үҫеше буйынса министры Сергей Новиков 2019-сы йылға һәм планға индерелгән 2020, 2021 йылдарға социаль-иҡтисади үҫеш күҙаллауҙары менән бүлеште.
Министр фекеренсә республика халҡының эш хаҡы 2018-2021 йыл арауығында 6 меңгә артасаҡ һәм 32 800 һумдан 38600 һумға тиклем барып етәсәк.
Ә 2018 йылдағы 5 процентлыҡ дөйөм эшһеҙлек кимәле 2021 йылға тиклем 4,7 процентҡа тиклем түбәнәйәсәк.
Тағы ла ошо уҡ ваҡыт арауығында сәнәғәт итештереү индексы 12 процентҡа артасаҡ. Ауыл хужалығында ла йыл һайын етештереү күләменең 1,7 процентҡа ныҡлы үҫеше көтөлә. Торлаҡ төҙөләштәрен дә 2,7 млн. кв. метрға тиклем арттырыу планлаштырылған. Шулай уҡ берәмләп һатыуҙа 10 процентлыҡ үҫеш булырға тейеш.
Читайте нас: