Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
12 Ноябрь 2018, 13:45

Оло Ыҡтамаҡ ауылында күп балалы ғаиләләр өсөн биҫтә төҙөйҙәр

Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында ишле ғаиләләр өсөн биҫтә төҙөйҙәр. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 10 ноябрҙә эш сәфәре менән республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында булды.

Оло Ыҡтамаҡ ауылында «Көнсығыш» биҫтәһен төҙөү күҙаллана. Бында 404 ер участкаһы бүленгән, уларҙың 283-ө — күп балалы ғаиләләргә, 35-е — йәш белгестәргә, 8-е — инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә. Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин Радий Хәбировҡа һыу һәм газ тәьминәтенең булмауы сәбәпле төҙөлөштөң әкренәйеүе хаҡында һөйләне. «Көнсығыш» биҫтәһен газ менән тәьмин итеү буйынса проект-эҙләнеү эштәре башҡарылған, дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһы бар. Радий Хәбиров район властарына тейешле процедуралар үткәреүҙе һуҙмаҫҡа ҡушты һәм республика кәрәкле аҡса бүләсәк тип вәғәҙәләне.
Бында төбәк етәксеһенә яңы балалар баҡсаһы төҙөү проектын да күрһәттеләр. Уның хаҡы — 80 миллион һумдан ашыу.
Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы башҡорт гимназияһында Радий Хәбиров 6-сы класс уҡыусылары фанеранан һындар юныу менән шөғөлләнгән хеҙмәт кабинетына инде. Республика етәксеһе уҡытыусы һәм балалар менән аралашҡанда үҙенең мәктәп йылдарын хәтеренә төшөрҙө һәм класташтары менән ағастан тыш, башҡа материалдарҙан төрлө әйберҙәр яһауын һөйләне.
«Игәү менән дә эшләргә тура килде», — тине төбәк башлығы һәм балаларға уҡыуҙарында уңыштар теләне.
http://www.bashinform.ru/bash/1237111/
Читайте нас: