Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
13 Ноябрь 2018, 17:28

Һәр телмәрҙә – Ватансылыҡ тойғоһо

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында “Рәсәйҙә федерализм тарихы. Автономиялы Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә – 100 йыл” тигән Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференция уҙҙы.

Сарала ҡатнашыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов, “Башҡорттарҙың Бөтә донъя ҡоролтайы (конгресы)” башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, шулай уҡ уҡыу йортоноң ойоштороу комитеты ағзалары ихлас сәләмләне һәм конференция эшенә уңыштар теләне. Сараны уҡыу йортоноң тарих факультеты деканы урынбаҫары Людмила Маркелова алып барҙы. Белгестәр, шул иҫәптән сит илдәрҙән саҡырылған ғалимдар Рәсәй Федерацияһы субъекттарының үҙенсәлектәре, уларҙың интеграцияһы спецификаһы, Рәсәйҙең тарихи үҫешендә федератив мөнәсәбәттәр тураһында фекер алышты. Атап әйткәндә, конференцияла Рәсәйҙең төбәк сәйәсәте үҙенсәлектәре, федерализмдың хоҡуҡи нигеҙҙәре, Башҡортостан йөмһүриәтенең ойош-торолоу тарихы, Башҡортостан ха-лыҡтарының этно-конфессиональ та-рихы, республиканың арҙаҡлы сәйәси һәм дәүләт эшмәкәрҙәре һәм башҡа мөһим темалар яҡтыртылды. Пленар өлөш Башҡортостан Милли архивының бүлек начальнигы Азат Ярмуллиндың доклады менән башланып китте. Ул “Стәрлетамаҡ ҡалаһында 1919-1922 йылдарҙа Башҡорт Совет республика хөкүмәтенең эшмәкәрлеге” тигән темаға арналды һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
– Башҡортостандың барлыҡҡа килеүе һәм дәүләтселек булдырыу тарихына илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы бәйле: Мәскәү, Өфө, Ырымбур, Силәбе, Саранск һәм Стәрлетамаҡ. Башҡортостан автономияһын булдырыу идеяһы Мәскәүҙә мосолмандарҙың 1-се Бөтә Рәсәй съезында 1917 йылдың майында теркәлә. Башҡорт делегацияһы бында автономия өсөн милли хәрәкәттең етәксе органы итеп Башҡорт өлкә бюроһын булдыра. Шулай итеп, Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһын булдырыу эшен башлап ебәрәләр, – тине Азат Шәкирйән улы. Һәм Башҡортостан автономияһы 1917 йылда уҡ иғлан ителеүгә эҙмә-эҙлекле дәлилдәр килтерҙе. Шулай уҡ Стәрлетамаҡтың Башҡорт Совет Рес-публикаһының беренсе баш ҡалаһы бу-лыуына ла шик ҡалдырманы. Тарихтың быға тиклем бигүк билдәле булмаған биттәре лә асылды. Әйтәйек, БР Милли архив фондында 1919-1920 йылдарҙа Башвоенкомат хәрби частарының Стәрлетамаҡта урынлашҡан адрестары күрһәтелгән документтар һаҡланған. Уларға ярашлы, Башвоенкомат Үҙәк урамының 148-се йортонда урынлашҡан булған. Бында уҡ 250 кешенән торған комендант ротаһы ла булған. Шулай уҡ ревизион комиссия ла, 166 кешенән торған пулемет командаһы ла бында булған. Ә 107 кешенән торған ат конвойы Бохар урамында урынлашҡан. Ашҡаҙар урамында иһә айырым элемтә ротаһы, Башвоенкоматтың этап-транспорт бүлеге һәм дезертирлыҡ менән көрәш буйынса комиссия эшләгән. Арзаевская урамындағы 4-се йортта айырым кавалерия эскадроны торған. Стәрлетамаҡтың Баҙар майҙанында БашЧК ҡарамағындағы Айырым команда булған, хәрбиҙәрҙең аҙыҡ-түлек магазины, Башвоенкоматтың әйберҙәр склады урынлашҡан. Шулай уҡ Стәрлетамаҡта тыл ополчениеһы ротаһы, Башҡорт территориаль полкы булған. Ә Выселки биҫтәһендәге Ашҡаҙар зыяраты артында 274 кешенән торған айырым Башҡорт еңел артбатареяһы, Стәрле йылғаһы аръяғындағы Скачково ауылында 886 кешенән торған айырым Башҡорт уҡсылар батальоны булған. Бынан тыш Стәрлетамаҡта “Башҡортостан хәбәрҙәре” һәм “Известия Башкирии” тигән хөкүмәт гәзиттәре сыҡҡан. Уларҙың редакциялары ла Баҙар майҙанында урынлашҡан була.
– Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығын байрам итеү уңайынан Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа Стәрле-тамаҡ ҡалаһының ролен күрһәтеү мотлаҡ кәрәк, – тип уйлайым тип та-мамланы Азат Ярмуллин һүҙен. Ошоға бәйле күргәҙмәләр ойоштороу, БАССР-ҙың дәүләт учреждениелары булған биналарға иҫтәлекле таҡтаташтар беркетеү, Стәрлетамаҡтағы БАССР Хөкүмәте эшмәкәрлеге тураһындағы документтарҙы һәм материалдарҙы йыйынтыҡ итеп сығарыу – байрам алды уңайынан көн талабы ул. Әлеге тема көнүҙәк һәм артабан Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеү тарихын тулыландырасаҡ ҡына.
Режиссер, “Тере лента” киноком-панияһы директоры, РФ Кинематогра-фистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Булат Йосопов “Бабич” һәм “Беренсе республика” фильмдарын төшөрөүен – тарихи хәтерҙе кино сәнғәте аша булдырыу тураһында ентекле һөйләне. Өфө ҡунағы БашДУ-ның тарих фәндәре кандидаты, БР тарихы, археологияһы һәм этнологияһы кафедраһы доценты Нурислам Ҡалмантаев башҡорт дворяндары Аҡсулпановтар тураһында быға тиклем белмәгән-ишетмәгәндәрҙе һөйләп хайран итте. Заманында королдәр һәм батшалар иҫәпләшкән башҡорт батырҙары Аҡсулпановтарҙың исемдә-рен Стәрлетамаҡта һәм тыуған ауыл-дарында мәңгеләштереү зарур. Тел, тарих, әҙәбиәт институтының көньяҡ ҡулъяҙмалар бүлеге мөдире, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов тари-хи сығанаҡ булараҡ “Башҡорт” гәзите тураһында ентекле итеп һөйләне. Оно-толған тарих биттәренә туҡталып үтте.
Пленар һәм секция ултырыштары-нан һуң сарала ҡатнашыусылар Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Муллаян Халиҡов менән Әхмәтзәки Вәлиди иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскәләр һалды, Ишембай районы Көҙән ауылына Әхмәтзәки Вәлиди музейына экскурсияға барҙы һәм Торатау эргәһендә фотоға ла төштө. Урындағы ҡоролтайға ошондай ҙур конференция ойоштороуҙарына рәхмәт әйтергә генә ҡала.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: