Әлеге ваҡытта республика биләмәһендә грипҡа ҡаршы прививка яһау кампанияһы дауам итә. 9 ноябргә халыҡтың 22,7% киҙеүгә ҡаршы прививка эшләткән, улар — 900 меңдән ашыу кеше, 273 меңе — балалар.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда вирус инфекцияһының ныҡлап таралыуы 2019 йылдың февраль-мартында көтөлә. Санитар табиптар фаразлауынса, республика биләмәһендә өс грипп вирусының таралыуы мөмкин. Улар — А1 «Мичиган», А2 «Сингапур» һәм В «Колорадо». Бынан алдағы йылдарҙа Башҡортостанда улар күҙәтелгәйне һәм ҙур хәүеф тыуҙырырға тейеш түгелдәр. Ләкин системалы иҫкәртеү эшен алып барыу талап ителә.
Киҙеүгә ҡаршы прививка яһатыу өсөн иң ҡулай осор — сентябрь-ноябрь айҙары. Иң мөһиме — прививканан һуң иммунитет эпидемия башланғансы нығынып өлгөрөргә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1237681-v-bashkirii-registriruetsya-sezonnyy-rost-zabolevaemosti-ostrymi-respiratornymi-infektsiyami-/