Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
14 Ноябрь 2018, 11:51

Йыл башынан бөтә кимәлдәге бюджеттарға 353 миллиард һумдан ашыу аҡса ингән

Башҡортостанда йыл башынан бөтә кимәлдәге бюджеттарға 353,2 миллиард һум аҡса ингән. Шуның 137,5 миллиард һумы — республика ҡаҙнаһына.

Йыйылған һалымдар структураһында керемдәрҙең төп күләме файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға тура килә — 34,8% йәки 122 миллиард 845 миллион һум; 20,7% йәки 73 миллиард 120 миллион һумы — табышҡа һалымға; 14,8% йәки 52 миллиард 234 миллион һумы акциздарға тура килә; физик берәмектәр килеме — 12,2%; өҫтәлгән хаҡҡа һалым— 9,5%; мөлкәт һалымдары — 5,2%; махсус һалым режимдары — 2,1%.
Мотлаҡ социаль страховкалауға иғәнәләр кереме 8,2% үҫеш менән 86,1 миллиард һум тәшкил иткән.
Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда керемдәр 77,6 миллиард һумға артҡан, был 28,2% тәшкил итә, тип белдерҙеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1237543-v-bashkirii-s-nachala-goda-v-byudzhety-vsekh-urovney-postupilo-bolee-353-mlrd-rubley-/
Читайте нас в