Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
16 Ноябрь 2018, 23:28

Радий Хәбиров: Барыһы өсөн дә әсәйҙәргә бурыслыбыҙ

«Беҙ барыһы өсөн дә әсәйҙәргә бурыслыбыҙ. Был билдәле хәҡиҡәтте һәр кем яҡшы белә. Әсәйҙәр беҙгә йәшәү, һөйөү, йылылыҡ бүләк итә. Әсә наҙы, тәрән аҡылы, хәстәрлеге һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡлана», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Әсә көнөнә һәм республикала Ғаилә йылына йомғаҡ яһауға арналған тантаналы сарала.

Уның һүҙҙәренсә, «йылдар үткән һайын әсә хеҙмәтенең һәм ата-әсә һөйөүенең баһалап бөткөһөҙ икәнлеген тойоу арта ғына, беҙ бөтә күңелебеҙ менән әсәйҙәрҙең иҫән-һау булыуын, оҙаҡ йәшәүен, һәм, бала саҡтағы кеүек, аҡыллы кәңәштәре менән изге эштәргә дәртләндереүен теләйбеҙ».


«Башҡортостанда элек-электән күп балалы һәм ейән-ейәнсәрле ҙур ғаилә бәхет һәм яҙмыш бүләге булараҡ ҡабул ителгән. Бөгөн республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында күп балалыҡ кимәле буйынса беренсе урында тора. Беҙҙә ошондай 50 ғаилә йәшәй, уларҙа 160 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә. Республикала ғаиләләрҙе яҡлау сәйәсәтен дауам итербеҙ һәм тағы өҫтәмә саралар ҡабул итербеҙ», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Радий Хәбиров балалар өсөн инфраструктураны үҫтереүгә — мәктәптәр, поликлиникалар, белем усаҡтарын төҙөүгә бәйле мәсьәләләрҙе шәхси контролгә алыуы хаҡында һөйләне. Төбәк башлығы шулай уҡ 2019 йылда Башҡортостан Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең сираттағы съезын ҡабул итәсәген билдәләне. Форум әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау эшендә тәжрибә алмашыу майҙансығы буласаҡ.

Республика етәксеһе 9-сы «Эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие» республика конкурсы еңеүселәренә дипломдар тапшырҙы. Быйыл «Лукойл-Уралнефтепродукт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, баш ҡаланың «Молния» ғилми-етештереү предприятиеһы һәм 18-се дауаханаһы үҙ номинацияларында тәүге урындарҙы яуланы. Был ойошмаларҙа ҡатын-ҡыҙҙар һөнәри һәм ғаилә бурыстарын һөҙөмтәле файҙаланһын өсөн уңайлы шарттар булдырылған.
Читайте нас: