Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
22 Ноябрь 2018, 14:22

Радий Хәбиров: Башҡортостан Мәскәү-Екатеринбург магистрален төҙөү проектына инергә тейеш

Өфө «Мәскәү-Екатеринбург» юғары тиҙлекле магистрален төҙөү проектына инергә тейеш. Тап ошо хаҡта һүҙ барҙы 21 ноябрҙә Мәскәүҙә XII «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе — генераль директоры Олег Белозёров менән эш осрашыуында, тип хәбәр итә республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте.

«Был — беҙҙең өсөн бик мөһим тема. «Мәскәү-Екатеринург» юғары тиҙлекле магистрале проекты тураһында беләһегеҙ. Беҙ Өфөнөң ошо трассаға инеү мәсьәләһен тикшерҙек. Рәсәйҙең ҙур һәм кәрәкле проектында нығыныу беҙҙең өсөн бик мөһим ине. Республикабыҙҙа йәшәүселәр ҙә юғары тиҙлекле магистраль менән файҙаланып, Мәскәүгә һәм Екатеринбургка тиҙ генә барып етә алһын өсөн беҙҙең дә өлөшөбөҙ булыуы мөһим», — тине Радий Хәбиров, осрашыу йомғаҡтары буйынса журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.
Төбәк башлығы һүҙҙәренсә, был — бик уңайлы сервис. Осрашыуҙа Башҡортостандың ошо проектта ҡатнашыуы буйынса эшсе төркөм ойоштороу хаҡында һөйләшеп килешелде.
Яңы глобаль халыҡ-ара проект – Берҙәм юғары тиҙлекле Евразия тимер юл транспорты селтәрен булдырыу картаһында Башҡортостан да барлыҡҡа килде, тип яҙҙы Радий Хәбиров Фейсбук социаль селтәрендәге сәхифәһендә.
«Уның ике ҡитға буйлап тиҫтәләрсә мең саҡрымлыҡ оҙонлоғонан бер нисә мең саҡрымы 2031 йылға тиклем Рәсәй буйлап һалына. Проект оҙайлы һәм ҡатмарлы, ләкин унда нығыныу – беҙҙең өсөн тарихи әһәмиәткә эйә бурыс, сөнки беҙ Рәсәй, Европа һәм Азияның иҡтисад һәм сәйәсәт үҙәктәренә яҡыная алабыҙ», — тип үҙенең фекере менән уртаҡлашты Башҡортостан етәксеһе.
Бынан алда Рәсәйҙең транспорт министры Иннокентий Алафинов юғары тиҙлекле магистралде һәм Мәскәүҙән Урал төбәгенә тиклемге автотрассаны 2031 йылға төҙөүҙәре мөмкин, тип әйткәйне. Әлеге ваҡытта магистраль инфраструктураны үҫтереүҙең комплекслы планына индерелгән «Мәскәү-Ҡазан» юғары тиҙлекле магистрале төҙөлөшө әҙерләнә. 2024 йылдың аҙағына ҡәҙәр проекттың беренсе этабын — Мәскәүҙән Түбәнге Новгородҡа тиклем һәм Мәскәү — Түбәнге Новгород — Ҡазан автомобиль юлы төҙөлөшөн тормошҡа ашырырға йыйыналар.
Радий Хәбировтың «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе — генераль директоры Олег Белозёров менән эш осрашыуында республиканың тимер юл йөктәрен ташыуҙы Өфө урау юлына күсереү тураһында тәҡдимен ҡарау буйынса эшсе төркөм ойоштороу хаҡында һөйләшеп килешелде. Ул бындай ҡарарҙың иҡтисади яҡтан маҡсатҡа ярашлы булыу мәсьәләһен өйрәнергә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1241589-radiy-khabirov-bashkiriya-dolzhna-voyti-v-proekt-stroitelstva-magistrali-moskva-ekaterinburg/
Читайте нас: