Ашҡаҙар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
26 Ноябрь 2018, 12:17

Радий Хәбиров: «Милли проекттарға аҡса урларға юл ҡуймаҫбыҙ. Бында миңә һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк»

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй төбәктәренең башҡа губернаторҙары менән бергә Ялтала Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәргән Дәүләт Совет президиумының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты.

Рәсми булмаған диалог барышында Рәсәй Федерацияһы Президентының 2024 йылға тиклем милли маҡсаттар һәм стратегик бурыстар тураһындағы Указында билдәләнгән мәсьәләләр ҡаралды.


«Рәсәй Президентының 2024 йылға тиклемге милли проекттары. Нисек итеп барыһына ла (шул иҫәптән мин дүрт балама ла) ошо хаҡта еткерергә икән? Уның әһәмиәтен әлегә белмәйҙәр, әммә бының илде үҫтереүҙә ҙур аҙым буласағына ныҡлы ышанам, — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. — Дәүләт халыҡҡа йәшәү шарттарының яҡшырыуын тойһон өсөн 6 йылға 28 триллион һум аҡса бирә: хеҙмәт хаҡы, пособиелар, сифатлы һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф, мәҙәниәт, спорт, таҙа тәбиғәт һәм һәммәбеҙҙе лә борсоған мәсьәләләр. Шул уҡ ваҡытта был — минең барлығымды белмәгән, ләкин һуңынан: «Эйе, шәп булды» тип әйтһендәр өсөн барыһының да өмөттәрен аҡлау мөмкинлеге лә... Аҡсаны урлауға юл ҡуймаҫбыҙ. Бында миңә һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк».


Читайте нас: