Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
4 Декабрь 2018, 13:00

“Бәйләнештә” – Хәбиров һәр саҡ бәйләнештә йәки Халыҡты нимә борсой?

“Хәйерле көн, Радий Фәрит улы, һеҙгә Стәрлетамаҡтан мөрәжәғәт итәм. Беҙҙең ҡалалағы 1-се дауахана поликлиникаһына иғтибар итһәгеҙ ине”, – тип яҙа Наталья Котова “Бәйләнештә” социаль селтәрендә һәм буяуы ҡупҡан стеналарҙы күрһәтә. Шул уҡ селтәрҙә Рөстәм Әлмөхәмәтов былай тип белдерә: “Яңылыҡтарҙы ҡараһаң, тик Өфөнө төҙөкләндереү буйынса ғына һүҙ бара. Стәрлетамаҡҡа ла иғтибар итһәгеҙ ине. Ҡар яуыуын әйтәм. Хоҙайбирҙин урамын ғына таҙарттылар, ихаталарға инеп тә булмай...”

Һеҙгә өс сәғәт эсендә
яуап бирәсәктәр!
Билдәле булыуынса, хәҙер Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа халыҡ социаль селтәрҙәрҙә лә мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, “Бәйләнештә” сайтында республика етәксеһенең рәсми сәхифәһендә Радий Фәрит улының Өфөгә коммуналь өлкә өсөн йыл аҙағына тиклем 39 махсус техника ҡайтарыласағы хаҡындағы яҙмаһы аҫтында 500-ҙән ашыу комментарий бар. Уларҙа етәксегә еңел булмаған эшендә уңыштар теләү, райондарға ла иғтибар арттырыуҙы һорап мөрәжәғәт итеүҙәрҙән тыш, халыҡ күбеһенсә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юлдар, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының пациенттарға мөнәсәбәте, дәүләт хеҙмәте, социаль түләүҙәр, хәүефһеҙлек (хәйер, барыһын да һанап бөтөрөрлөк түгел) һәм башҡа өлкәләге проблемалар буйынса яҙа. Әлбиттә, барлыҡ мәсьәләләрҙе бер юлы ҡарап сығыу һәм көнөндә сисеү мөмкин түгел. Ошо йәһәттән әлеге мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеүсе махсус “Инцидент” системаһы ярҙамы алыштырғыһыҙ. Ул “Бәйләнештә”, “Фейсбук”, “Инстаграм”, “Класташтар” социаль селтәрҙәрендә (әйткәндәй, әлеге селтәрҙәрҙә хәҙер республика етәкселеге лә, район-ҡала башлыҡтары ла теркәлгән) иң етди һәм йыш ҡалҡып сыҡҡан проблемаларҙы асыҡлай, сөнки мөрәжәғәттәр араһында бер нисек тә нигеҙләнмәгән ялыуҙар, “күңел бушатып алыуҙар ҙа” юҡ түгел. Әйткәндәй, был система республика етәксеһенең сәхифәһендәге проблемаларҙы ғына түгел, төрлө район-ҡалаларҙың социаль селтәрҙәрҙәге “Подслушано...”, “Типичний...” һымаҡ төркөмдәрен дә, матбуғаттағы яҙмаларҙы ла байҡай. Шуға социаль селтәрҙәге һәр комментарий, яҙма, сәхифә – күҙ уңында тиһәк, һис тә шаштырыу булмаҫ.
Был мөрәжәғәттәрҙе власть органдары байҡау менән генә сикләнмәй, әлбиттә, мөрәжәғәт итеүсегә урындағы хакимиәт вәкилдәре тәүлек эсендә яуап бирергә тейеш, шулай ҙа яуапты өс сәғәт эсендә үк бирергә тәҡдим ителә һәм унда мөрәжәғәт итеүсенән “ваҡытлыса арыныр өсөн” генә яҙма булырға тейеш түгел, ә проблеманың асылы, уның буйынса нимә эшләнеүе һәм мәсьәләнең сиселеү ваҡыты күрһәтелергә тейеш. Мәҫәлән, мәҡәлә башында поликлиника тураһында телгә алып киткән мөрәжәғәткә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең йәмәғәт институттары менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Илгиз Йәнәлиев көнөндә үк яуап бирҙе лә инде: “Дауахананың баш табибы Азат Ҡорбанғәлиев белдереүенсә, алдағы йылда учреждениела коридорҙарҙы ремонтлау, ишек һәм тәҙрәләрҙе алмаштырыу планлаштырылған. Бөгөнгө көндә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына кабель һәм яҡтыртыу селтәрен алмаштырыу буйынса мөрәжәғәт документтары тапшырылған, шуға быйыл коридорҙарҙа ремонт яһауҙың мәғәнәһе юҡ. Шул уҡ ваҡытта поликлиника бинаһын яҡшы торошта һаҡларға күп көс һалына һәм быйыл онкологик сирлеләр өсөн ике кабинет тулыһынса йыһазландырылды, регистратура бүлмәһе ремонтланды, өлөшләтә ишектәр һәм тәҙрәләр алмаштырылды...” Әйткәндәй, граждандарҙың социаль селтәрҙәрҙә мөрәжәғәттәр буйынса эш төркөмө етәксеһе Елена Прочаковская белдереүенсә, октябрь уртаһынан алып һаулыҡ һаҡлау өлкәһе буйынса дөйөм республикала 700-ҙән ашыу мөрәжәғәт булған. Башлыса ялыуҙар тар белгестәр етешмәүгә ҡағыла.
Юлдарҙы таҙартыу сифатына ҡәнәғәтһеҙлек белдергән Рөстәм Әлмөхәмәтовҡа иһә хакимиәттең киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Елена Калюжная артабанғыса яуап бирҙе: “Ихаталарҙа ҡарҙы идара итеүсе компаниялар таҙарта. Ҡала хакимиәте аҙна һайын улар менән осрашыу үткәрә һәм һәр саҡ ошондай хәл килеп тыумаһын тип талап итә. Бынан тыш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Ермолаев ихаталар буйлап эш барышын тикшереп сыҡты”.
Яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр
һәммәбеҙҙән тора
Срок тигәндән, тиҙ арала башҡарып сығырға мөмкин булған эштәргә, ниндәй ҙә булһа алға китеш өсөн һигеҙ көн ваҡыт бирелә. Һүҙ ҙә юҡ, урындағы чиновник “ваҡытлыса арыныр” өсөн яуап биреүе мөмкин, тик сиселмәй ҡалған проблемалар өйөлөп барып, “Башинформ” йәмғиәте етәксеһе Ростислав Мырҙағолов әйтмешләй, муниципалитет хакимиәте башлығы йәнә рейтинг ярҙамында “ҡыҙыл зонаға” эләгәсәк һәм уның менән хушласаҡтар...
Рәсәй Президенты Владимир Путин менән “тура бәйләнеш”тәрҙе барыһы ла хәтерләйҙер. Уларҙа ҡайһы берҙә, үкенескә ҡаршы, абсурд кимәлдә күренештәргә лә тап булаһың. Атап әйткәндә, район йәки ҡала хакимиәте хәл итерлек мәсьәләләрҙе халыҡ ил етәксеһе кимәленә күтәрергә мәжбүр һәм Президентҡа донъяуи кимәлдә эштәр башҡарыр урынға кемдеңдер шәхсән проблемаһын сисергә тура килә. Осраҡлы иҫкә төшмәй был “тура бәйләнештәр”, республика етәксеһе лә бит Башҡортостаныбыҙ өсөн ҙур проекттар менән шөғөлләнеү ваҡытын әлеге һымаҡ проблемаларға бүлергә мәжбүр. Ә ошо ваҡытта халыҡтың талаптары, мөрәжәғәттәре урында ҡаралһа, хаттар инстанциялар аша урап кире ҡайтмаһа, байтаҡ проблемалар республика кимәленә сыҡмаҫ та ине. Тимәк, халыҡ менән ысынлап та, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшергә, аралашырға һәм уларҙы ишетергә ваҡыт. Ләкин бында бөтә асыуҙы урындағы хакимиәт башлығына ғына ла төшөрөргә ашыҡмайыҡ, сөнки торлаҡҡа сират, мәктәп етешмәү һымаҡ ҙур мәсьәләләр бер, ә ниндәйҙер проблеманы предприятие етәксеһе, учреждение директоры һымаҡ вазифа биләүселәр ҙә хәл итә ала бит. Мәҫәлән, магазин алдын көрәп ҡуймау, автобус һуңлауы... (Хәйер, төп яуаплылыҡ барыбер ҙә чиновник иңендә.) Иң мөһиме: кешене ваҡытында ишетеп өлгөрөү. Ошо урында республика етәксеһенең сәхифәһендәге тағы бер комментарий иҫкә төшә: “Ҡала-райондарҙың үҫеше, яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр һәммәбеҙҙән тора”, – тип яҙа, мәҫәлән, Эльвира Ғәлләмова.
Мөрәжәғәттәр хәҙер муниципалитет башлыҡтарының үҙҙәренә лә күпләп килә. Кемдер комментарий ҡалдыра, кемдер шәхсән хәбәр итеп яҙып ебәрә. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Владимир Куликовтың сәхифәһендәге бер комментарийға иғтибар итәйек: “Хөрмәтле Владимир Иванович, автотранспорттарҙың Вокзал урамынан Тыныслыҡ урамына табан хәрәкәт схемаһын үҙгәртергә кәрәк тип уйлайым, сөнки машиналар Хоҙайбирҙин урамына борола алмау сәбәпле, тығындар барлыҡҡа килә, ошо биҫтәлә йәшәгәндәргә уңайһыҙлыҡтар тыуа”, – тип яҙа, мәҫәлән, Азат Хәбиров. Ҡала етәксеһе тәҡдим өсөн рәхмәт белдерә һәм артабан былай тип яуап ҡайтара: “Ҡала хакимиәтендә ай һайын юл хәрәкәте буйынса комиссия эшләй, сираттағы ултырышта мотлаҡ рәүештә һеҙҙең дә тәҡдимде ҡарарға тигән күрһәтмә бирәм, телефон номерығыҙҙы яҙығыҙ, ул комиссия ултырышында һеҙҙе лә ҡатнашырға саҡырабыҙ”.
Халыҡ үҙенең зарын “Бәйләнештә”ге төрлө төркөмдәрҙә лә һөйләй һәм был мөрәжәғәттәр ҙә, бәхеткә күрә, яуапһыҙ ҡалмай. “Стерлитамак Сити” төркөмөндә, мәҫәлән, “Ҡутарыла башлаған авария хәлендәге йорттар ни эшләп һүтелмәй икән, иҫке биналар кеше ғүмеренә хәүеф тыуҙыра бит”, – тип ризаһыҙлыҡ белдерә үҙен сер итеп ҡалдырған мөрәжәғәт итеүсе. Ҡала хакимиәтенең ошонда уҡ яуабынан күренеүенсә, бөгөнгө көндә йорттарҙы һүтеү, урынын таҙартыу эштәрен башҡарырға теләгән подряд ойошмаларынан заявкалар ҡабул ителә. Артабан улар араһында конкурс ойошторола һәм еңеүсе менән контракт төҙөләсәк. Контракт төҙөгәндән һуң еңеүсе ойошма 30 көн эсендә был эште башҡарып сығырға тейеш.
Ваҡ мәсьәләләрҙе хәл итеп,
ҙур проекттарға тотонорға кәрәк!
Мөрәжәғәттәрҙе байҡағанда шуныһы ла иғтибарҙы йәлеп итә: кемдер проблемаһы менән ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәй ошонда яҙа һәм шул комментарийҙы уҡығандар уға эште кемдән, нисек башларға кәрәклеген төшөндөрә, уның проблемаһы өсөн кемдәр яуаплы икәнлеген аңлата. Улай ғына ла түгел, шундай күренешкә тап булдым: бер егет (Стәрлетамаҡтан түгел) “Миңә ярҙам итһәгеҙ ине” тип мөрәжәғәт иткән һәм үҙенең проблемаһын яҡтыртҡан төркөмгә һылтанма ла ҡалдырған. Баҡтиһәң, ул үҙйөрөшлө инвалид арбаһын һатып алырға аҡса йыя икән һәм ябай кешеләр ҙә ошо комментарий аша уның мөрәжәғәте менән танышып, арба һатып алыуҙа үҙ өлөшен индерә – аҡса күсерә. Был йәһәттән ҡарағанда ла әлегеләй күренешкә ҡыуанырға ғына ҡала.
Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә, мәғлүмәтте гәзиттән йәки телевизор аша ғына ҡабул иткән кешеләр, мөрәжәғәттәрҙе ҡағыҙ хаттар аша еткереүселәр ҙә юҡ түгел. Ҡалала йәшәп, интернет менән ҡулланмаусылар бар, интернетһыҙ ауылдар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ундайҙарға нимә эшләргә ҡала һуң? Әлбиттә, был осраҡта гәзит редакциялары ярҙамға килә ала. Мәҫәлән, гәзит уҡыусы үҙенең мөрәжәғәтен беҙгә ебәрә һәм тейешле яуабын да гәзит аша беләсәк. Шуға үҙегеҙҙе борсоған мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итегеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Әйткәндәй, урындағы етәкселәр ҙә халыҡ менән нәҡ ошондай ысул аша ла аралашырға мөмкин.
...Иң мөһиме, кешеләр яңғыҙ түгеллеген, уларҙың мөрәжәғәттәре, талаптары кире ҡағылмауын аңлай башланы хәҙер. Мәҡәләне Радий Фәрит улының һүҙҙәре менән тамамларға ҡала:
– Беҙгә тиҙерәк әлеге меңләгән ваҡ мәсьәләләрҙе хәл итеп, кешеләрҙең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән ҙур проекттарға тотонорға кәрәк!
Рәмил МАНСУРОВ.
Читайте нас: