Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
4 Декабрь 2018, 01:58

Фәнис Әминев — Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы

Фәнис Әминев Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

Фәнис Әминев Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.
«Фәнис Ғәбдрәшит улы оҙаҡ йылдар Баймаҡта эшләне. Һуңғы йылдарҙа Баймаҡ ҡала биләмәһе хакимиәтен етәкләне. Ул эште белә, хужалыҡ итеү тәжрибәһе бар. Баймаҡ районында йәшәүселәр мәнфәғәте өсөн яҡшы эшләүегеҙҙе теләйбеҙ», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Баймаҡ районы башлығы Илшат Ситдиҡов 29 ноябрҙә отставкаға китеү тураһында ғариза яҙған.
http://www.bashinform.ru/news/1245774-ispolnyayushchim-obyazannosti-glavy-administratsii-baymakskogo-rayona-naznachen-fanis-aminev/
Читайте нас: