Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
5 Декабрь 2018, 14:16

Башҡортостандың законһыҙ сүплектәр картаһында Стәрлетамаҡ та бар

Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан Хөкүмәтендә аҙна һайын үтеп торған оператив кәңәшмәлә законһыҙ сүплектәр буйынса һүҙ алып барҙылар. Исемлектә беҙҙең ҡала ла бар. Башҡа муниципалитеттар менән сағыштырып ҡарағанда Стәрлетамаҡта хәлдәр ул тиклем үк насар түгел икән.
БР-ҙың экология министры Мирхәйҙәр Фәтхуллин билдәләүенсә, республикала йыл һайын 2 тонна ҡыйлыҡтар барлыҡҡа килә. Улар барыһы ла полигондарға һәм законһыҙ сүплектәргә барып әләгә. Ундай сүплектәр 3 меңгә яҡын, уларҙың иң ҙурҙары 5 га майҙанға еткәндәре 40-тан ашыу. Ведомство етәксеһе шулай уҡ , ҡалаларҙа ҡалдыҡтарҙы йыйыу системалаштырылғанға бәйле сүплектәр мәсьәләһе киҫкен тормауын белдерҙе.
Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев иһә республикала ҡалдыҡтарҙы законһыҙ ташлауға бәйле административ яуаплылыҡҡа тарттырыу системаһы кәрәкле кимәлдә эшләмәүе тураһында билдәләп үтте.
Был өлкәлә әлеге йылдың 11 айы эсендә 4 млн суммаһына 3,5 мең протокол төҙөлгән. Язаға тарттырылғандарҙың күбеһе Өфөлә булған. Ә райондарҙа законһыҙ сүплектәрҙең күп булыуына ҡарамаҫтан бер протокол да теркәлмәгән.
Киреев шулай уҡ 1 ғинуарҙан башлап сүплектәрҙе бөтөрөү мәсьәләһе миниципалиттер елкәһенә төшәсәген иҫләтеп үтте.
Читайте нас: