Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
5 Декабрь 2018, 23:23

Өфө ҡалаһы башлығы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты

Өлфәт Мостафин менән Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың дуҫтарса осрашыуы уҙҙы.

Өфө ҡалаһы башлығы һәм төбәктең элекке етәксеһе бергә эшләүҙәрен иҫкә төшөрҙө: Рәхимов идара иткән йылдарҙа Өлфәт Мостафин Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең финанс-хужалыҡ идаралығын етәкләгән.
«Осрашыуҙа улар Өфөнө төрлө өлкәләрҙә үҫтереү һәм артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе. Бөгөн уңайлы ҡала мөхитен һәм унда йәшәүселәр өсөн шарттар булдырыу, шулай уҡ социаль әһәмиәтле объекттар төҙөү муниципалитет эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып тора, тине Өлфәт Мостафин. Ул ҡалаға ингәндә Ағиҙел аша яңы күпер һалыу кәрәклеген мөһим бурыстарҙың береһе булыуын билдәләне», — тип белдерҙеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтендә.
Мортаза Рәхимов аныҡ ярҙам тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләп торманы һәм Мостафинға артабанғы эшендә уңыштар ғына теләне.
http://www.bashinform.ru/news/1247239-ufimskiy-gradonachalnik-vstretilsya-s-pervym-prezidentom-bashkirii-murtazoy-rakhimovym/
Читайте нас: