Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
21 Декабрь 2018, 14:33

БАШҠАЛАРҘАН ЯҠШЫРАҠ ЭШЛӘРГӘ КӘРӘК

“Торатау” конгресс-холында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий ХӘБИРОВ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

Мөрәжәғәтнамәлә
Радий Хәбиров нимә әйтте?
Конгресс-холл тыңлаусылар менән шығырым тулы ине. Улар бер төрлө кейемдәге һәм прическалағы үҙҙәрен һәр саҡ етди тотҡан ғәҙәти депутаттар түгел ине. Республика етәксеһен тыңларға көтөлмәгән кешеләрҙе саҡырғайнылар. Республиканың тәүге президенты Мортаза Рәхимовты элекке ваҡыттағы кеүек халыҡ аяғүрә баҫып ҡаршыланы, икенсеһе – Рөстәм Хәмитов. Тәүге рәттә мөйөштә билдәле табип һәм сәйәхәтсе Эрнст Мулдашев тыныс ҡына тыңлап ултыра, бына бында биш бала тәрбиәләп үҫтергән ғаилә, быныһы инде бер үҙе ҡораллы енәйәтсене ҡулға алыусы ЮХХДИ хеҙмәткәре. Балконда блогерҙар урынлашҡайны – өҫтән селфи эшләү уңайлыраҡ бит.
Бер сәғәткә телевизор һәм планшет экранына текәлгән дүрт миллион республика халҡына һәм залда йыйылғандарға төбәк башлығы нимә тураһында һөйләне һуң.
Дәүләттең бөтөнләй ваҡ булмаған бурыстары тураһында
Тәүге минуттарҙа уҡ республика чи-новниктарына донъялағы иң яҡшы мэр-ҙарҙың береһе – Нью-Йорктың элекке башлығы Рудольф Джулиани кеүек булыр-ға кәрәк тигән бурыс йөкмәтелде. Уның “ватыҡ тәҙрә теорияһы” шуны аңлата: көн һайын тырышҡанда, иң насар мәлдәрҙе лә яҡшыртырға була. Мәҫәлән, ул криминаль Гарлемды урта синыф кешеләре йәшәрлек дәрәжәле районға әйләндергән. Бер генә “ватыҡ тәҙрә” менән ризалашҡан хәлдә лә, проблема барыбер ҡаласаҡ.
– Балаларҙы түбәһе башҡа килеп төшөргә торған мәктәптәрҙә уҡытыуға юл ҡуйырға ярамай. Халыҡтың сәғәттәр буйына поликлиникаларҙа, күп функциялы үҙәктәрҙә сиратта тороуҙары менән килешеп булмай, ә ҡышын автобус туҡ-талыштарында туңып торалар. XXI быуатта ла балаларҙың дөм ҡараңғыла мәктәпкә йөрөүҙәренә вайымһыҙ булмайыҡ. Был – властың эше, ул йорттарҙы яҡтылыҡ һәм йылылыҡ менән тәьмин итергә, унда ремонт эшләргә, юлдарҙы ҡарҙан таҙартып, урамдарҙа, йорт алдарында һәм подъездарҙа таҙалыҡ булдырырға тейеш. Республика халҡы батырлыҡ күрһәтеүҙе түгел, көндәлек эштә үҙҙәре өсөн мөһим булған көнкүреш мәсьәләләрен яйға һалыуҙы көтә, – тине Радий Хәбиров.
Миллиардты ҡайҙан табырға?
Радий Хәбиров сығышының яртыһын, бәлки, күберәк тә булғандыр, социаль мәсьәләләргә арнаны. Ошо ярты сәғәт эсендә Хөкүмәт ундан ашыу яңы күрһәмтә алды. Мәҫәлән, республиканың барлыҡ халҡы өсөн балалар баҡсаһына түләүгә компенсация өсөн миллиард һум аҡса табырға, инвалид бала ҡарағандарға пособиеның күләмен арттырырға, ошондай бала тәрбиәләгән ғаиләләргә балаларҙы реабилитациялауға сер-тификат бирергә, шул иҫәптән, шәхси үҙәктәрҙә, ике тапҡырға артыҡ. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн фатирға сығымдарҙы 200 миллион һумға, биш һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн 500 миллион һумға тиклем еткерергә.
Был мәлдә күп эш өҫтәлеүҙәндер инде, финанс министрының йөҙө ҡайғылы, ҡото осҡан кеүек тойолдо. Әммә беҙгә уны күрһәтмәнеләр.
Ә бойороҡтар бер-бер артлы яуҙы ғына...
– Әүҙемлек күрһәтегеҙ, үҙегеҙгә кәрәкле белгестәрҙе эҙләгеҙ, бар яҡлап та ярҙам итегеҙ. Кәрәк булһа, улар өсөн йырлап, бейеп тә алырға мөмкин, тик белгестәр генә китмәһен. Һәм һеҙҙең тырышлығығыҙ яҡташтарығыҙҙың һаулыҡтары менән баһаланыр, – тип аңлатты Радий Хәбиров төбәктә табиптарҙың етешмәүен.
Район башлығы бейеп йөрөй? Ҡарап тороуы ҡыҙыҡ.
Матур йәшәргә кәрәк
Радий Хәбиров сығышының икенсе өлөшөн “уңайлы мөхит” программаһына арнаны – бөтә ерҙә лә матур, уңайлы. Ошоларҙы ҡалдырып, тыуған яҡты ташлап китәм тигән уй башыма ла килмәне.
– Халыҡ менән ҡайҙа ғына осрашһам да, лайыҡлы эш булмау сәбәпле, бик күп ир-егеттәрҙең аҡса эшләргә республиканан ситкә сығып китеүҙәре борсой. Беҙгә яңы эш урындары кәрәк, өҫтәүенә, лайыҡлы эш хаҡы булһын. Яңы производстволар асасаҡбыҙ. Беҙҙең республика өсөн бөгөн был – төп талаптарҙың береһе тип иҫәпләйем, – тине төбәк башлығы.
Ауыл хужалығын ғына алайыҡ. Етәксенең фекере буйынса, агросәнәғәт комплексы беҙҙең иҡтисад үҫешенең иң перспективалы урындарының береһе булырға мөмкин.
– Беҙ 350 миллиард һум ҡулланабыҙ, ә ысынында иһә 170 млрд һумлыҡ етештерәбеҙ. Өҫтәүенә, әҙер аҙыҡ-түлек түгел, ә нигеҙҙә, сеймал етештереп, ҙур килем алыуға өҫтәлгән хаҡты юғалтабыҙ, – тине Хәбиров.
Һуңынан төбәк башлығы йыл һайын сығарылыш уҡыусыларының дүрттән бер өлөшөнөң башҡа төбәктәрҙәге вуздарға уҡырға инеүен иҫкә төшөрҙө. Уҡыусылар үҙебеҙҙә ҡалһын өсөн беҙҙең университеттар алдынғы Рәсәй вуздары кимәлендә булырға тейеш! Бының өсөн Хөкүмәткә йыл аҙағына тиклем республикала Фән һәм технологиялар йорто – Технополис булдырып, заманса ҙур ятаҡхана – вуз-ара кампус төҙөү тураһында уйларға кәрәк.
Ихаталарҙы алайыҡ. Уларҙың өс меңгә яҡынына тиҙ арала ремонт талап ителә. Бының өсөн Башҡортостан киләһе йылда тағы ла 3,5 миллиард һум бүләсәк, тағы ла бер миллион – подъездарҙы ремонтлауға.
– Бындай программалар башҡа төбәктәрҙә эшләп килә. 6 йыл эсендә 26 меңдән ашыу подъезды төҙөкләндереп, был проблеманан ҡотолорға уйлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостанда яңы девиз
Башҡортостанда кем беренселәрҙән булып “БЕҘ ЯҠШЫРАҠ БУЛДЫРАБЫҘ!” тигән яҙыу менән футболкалар сығара, шул алтынға күмеләсәк. Нәҡ ошо һүҙҙәр, башлыҡтың фекере буйынса, киләсәктә бик күп йылдарға беҙҙең девиз буласаҡ, башҡаса сара юҡ.
Властағы коррупция тураһында
«Мин бер ҡасан да вайымһыҙ чиновниктарҙы йәшермәйәсәкмен. Властағылар үҙ рәтендә коррупция кеүек күренештәрҙе танып, уның менән көрәшергә тейеш. Ә бөтә чиновниктар ҙа үҙҙәрен закон алдында бер ғәйепһеҙ кеше итеп тойорға тейеш түгел».
Фекерҙәр
Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе:
– Ошо ҙур эштең һөҙөмтәһе аныҡ кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу булырға тейеш. Радий Фәрит улы республикаға етәк-селек итә башлағандың тәүге көндәрендә үк үҙен республика өсөн ихлас күңелдән янып-көйгән, халыҡтың ихтыяжын тәрән аңлаған кеше итеп күрһәтте. Залда Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан иҡтисад, мәғариф, социаль өлкәлә, спортта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән төрлө йәштәге кешеләрҙе күреү бик урынлы булды. Был йәнә бер тапҡыр республикабыҙҙың төп байлығы халыҡ икәнлеге тураһында һөйләй. Был – беҙҙең төп потенциал.
Радий Хәбиров бөгөн депутаттарға ғына түгел, ә башҡарма власть, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренә, республикала йәшәүселәргә лә мөрәжәғәт итте.
Тәү сиратта, Мөрәжәғәтнамә Дәүләт Йыйылышы депутаттарына йүнәлтелгән. Беҙ уның төп тезистары буйынса эш башланыҡ та инде. Мөрәжәғәтнамәлә сағылыш тапҡан бер фекер ҙә, бер идея ла тормошҡа ашмай ҡалмаҫ.
Мортаза РӘХИМОВ, Башҡортостандың беренсе президенты:
– Ике ай эсендә ул байтаҡ ҡала һәм райондарға барҙы, бөгөн республика халҡының нисек йәшәүен күрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы бер нисә йылда Башҡортостанда ғәмәлдәге идара итеү системаһы һындырылғайны. Әгәр элек шул уҡ Баймаҡта, Хәйбулла йәки Әбйәлил райондарында кешеләр баҫыуҙа һәм фермала тир түкһә, хәҙер эш эҙләп сит төбәктәргә китергә мәжбүр. Республика етәксеһенең Мөрәжәғәтнамәһен ыңғай баһалайым. Радий Фәрит улы республикала булған бөтә проблемалар тураһында һөйләне, яңы форматта сығыш яһаны. Ул башҡарма власть алдына аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Башҡортостан үҙенең юғалтҡан позицияларын кире ҡайтарырға тейеш.
Владимир КУЛИКОВ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы:
– Хөкүмәтте, депутаттарҙы һәм муниципалитет башлыҡтарын ғына түгел, ә ябай хеҙмәтсәндәрҙе, производство алдынғыларын саҡырыуҙары бик һәйбәт булды. Бөгөн улар тураһында, ҡайһы ваҡыт күҙ уңынан ысҡындырып, бик һирәк иҫкә алалар, ғөмүмән, йәмғиәтебеҙ ябай эшсән халыҡ ҡулында бит. Радий Фәрит улы дөрөҫ әйтә, улар бер һүҙһеҙ мөмкин булмағанды атҡарып сығалар. Республикала йәшәүҙе барлыҡ граждандарға ла уңайлы итергә кәрәклеге аңлашыла, шулай уҡ беҙҙең балалар һәм ейәндәр ҙә бында йәшәргә һәм эшләргә теләрлек булһын. Кешеләрҙең подъездары таҙа, ихаталары тәртиптә булһын, йәштәргә һөнәр алырға һәм төбәктә яҡшы эш табырға мөмкинлек булһын. Балалы әсәйҙәр һәм пенсионерҙар оҙаҡ көтмәй генә кәрәкле медицина ярҙамы алырға тейеш. Һәр кем ғорурлыҡ менән “Мин Башҡортостанда йәшәйем!” тип әйтерлек булһан.
Дмитрий КАЗАНЦЕВ, политолог:
– Был дәртле официоз сара түгел. Тарихта тәүге тапҡыр төбәк етәксеһенең Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһауы виртуаль күрһәткестәрҙәге ҡаҙаныштар, хатта сәйәсәт һәм иҡтисад, инфляция һәм тулайым аҙыҡ-түлек тураһындағы отчет түгел, ә республикала йәшәгән барса халыҡҡа, ябай кешеләргә, беҙҙең һәр беребеҙгә ҡағылған бары тик көнүҙәк мәсьәләләр тураһында – ғәҙеллек һәм дәүләттең бурыстары, табиптарҙың етешмәүе һәм күп балалыларға ярҙам. Радий Хәбировтың һөйләгәненә иғтибар итһәгеҙ, ул былай тине: республика халҡы властан геройлыҡ көтмәй, халыҡ, тәү сиратта, көнкүрешкә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итергә теләй, был, моғайын, Башҡортостан етәкселегенең барлыҡ алдағы эшендә төп лейтмотив булып торасаҡ.
Һүҙмә-һүҙ
Нимә ул ғәҙеллек?
Республикабыҙҙа ғәҙеллеккә талап күп, өҫтәүенә, көндәлек эштәрҙә, һәр кемдең тормошонда. “Йондоҙҙарға” ынтылырға тырышҡансы, тәү сиратта, “ерҙәгеһен” ҡәнәғәтләндерергә кәрәк, ысынында иһә кешеләр өсөн мөһим булған ябай, ғәҙәттәге кешелек ихтыяжын.
Ғәҙеллекте мин нисек аңлайыммы?
Был – әгәр ҙә намыҫ менән эшләгәндәр, лайыҡлы эш хаҡы алһа.
Унар йыл ғүмерен дәүләткә биргән ветерандар, үҙҙәрен онотолған һәм мәхрүм ителгән тип иҫәпләмәһә.
Бизнесҡа дәүләт ярҙамы “үҙебеҙҙеке” һәм “сит-яттыҡы”на бүленмәһә.
Етәкселәрҙең яратҡан кешеләре булмаһа.
Ҡануниәт алдында бөтәһе лә тигеҙ булһа.
Үҫешкән муниципалитеттар артта ҡалғандарға ярҙам итһә.
Ғөмүмән, көслөләр көсһөҙҙәргә ярҙамға килһә. Ҡарттарға, балаларға, аҙ тәьмин ителгәндәргә, махсус ярҙам кәрәк булған кешеләргә. Атап әйткәндә, был – ғәҙел.
Ғәҙеллек – ул туған-тыумасалыҡтың, дуҫлыҡтың бөтөнләй булмауы. Ауылдағы һәр ҡыҙ һәм егет, әгәр ҙә улар яҡшы уҡып, үҙ өҫтөндә күп эшләй икән, улар үҙ йортонда, йәғни тыуған республикаһында уңыштарға өлгәшеүҙәренә ышанырға тейеш.
Станислав ШАХОВ.
Читайте нас: