Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
25 Декабрь 2018, 13:28

Белем биреү – дәрес аңлатыу ғына түгел...

Ҡалабыҙҙың төрлө белем биреү учреждениеларының 44 педагогы һөнәри “Йыл педагогы – 2019” конкурсында көс һынашты.

Конкурс барышында улар асыҡ дәрестәр күрһәтте, методик семинарҙа тәжрибәләре менән уртаҡлашты, оҫталыҡ дәрестәрендә үҙҙәренең яратҡан һәм отошло тип тапҡан алымдары менән бүлеште, «Мәғариф сәйәсмәндәре”нең «түңәрәк өҫтәле»ндә мәғарифтың үҫеш проблемалары буйынса фекер ҙә алыштылар. Ә бер нисә көн дауамында барған бәйгенең матур сиселеше, әлбиттә, еңеүселәрҙең исемен билдәләү ине.
Шулай итеп, “Педагогик дебют”, “Ижади эҙләнеү”, “Уңышҡа ынтылыу” һәм башҡа номинацияларҙың үҙ алдынғылары аталды. Шулай уҡ йүнәлештәр буйынса конкурс еңеүселәре лә билдәләнде, ә “Йыл педагогы -2019” конкурсында Гран-приҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы Анастасия Карпеева яуланы. Әммә мәшәҡәттәр бының менән генә бөтмәй әле – конкурста еңеүселәрҙе алда тағы ла һынауҙар көтә: улар республика кимәлендә беҙҙең ҡалабыҙҙың данын яҡлаясаҡтар. Уларға тик уңыштар ғына теләйһе ҡала!
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: