2017 йылға мәғлүмәттәр буйынса, Өфөлә 1750-гә яҡын биш ҡатлы йорт урынлашҡан. Өҫтәүенә ҡаланың торлаҡ хужалығы идаралығы балансында тағы ла ҡатмарлы техник тороштағы 1700 самаһы бер һәм ике ҡатлы йорт иҫәпләнә.
Мәскәүҙә реновация программаһына совет заманында төҙөлгән биш ҡатлы хрущевкалар һәм 9 ҡатлы биналар эләкһә, Өфөлә һүҙ шәхси инвесторҙар иҫәбенә нигеҙҙә Затонда һәм Черниковкала урынлашҡан 2-3 ҡатлы 500-гә яҡын йортто күсереү һәм һүтеү хаҡында бара. Реновация иҫке аҙ ҡатлы торлаҡлы биләмәләрҙең инвестиция үҫешен күҙ уңында тота.
«Төбәгебеҙҙең торлаҡ төҙөү баҙары үҙенсәлеген иҫәпкә алып, совет осорондағы өс ҡаттан бейегерәк — биш йәки туғыҙ ҡатлы йорттарҙың торлаҡ фондын реновациялау маҡсатҡа ярашлы түгеллеген аңлайбыҙ», — тип белдерҙе Артем Ковшов.
Властар Дәүләт Думаһының яҙғы сессияһында ҡабул итеү күҙалланған һәм реновация буйынса уйын ҡағиҙәләрен күҙ уңында тотҡан яңы законды көтә. «Киләһе йылда проектлауҙы, иҫәп-хисапты, граждандар менән эште башларға уйлайбыҙ. Әгәр халыҡ ҡаршы икән, бер нәмә лә булмай», — ти Ковшов.
Авариялы торлаҡ менән эште федераль һәм республика программалары финанслай. Уҙған өс йылда Башҡортостанда 420 мең квадрат метр иҫке фонд һүтелгән һәм 500 мең квадрат метр яңы торлаҡ төҙөлгән.
http://www.bashinform.ru/news/1257420-v-ufe-renovatsiya-planiruetsya-v-maloetazhnykh-kvartalakh-chernikovki-i-zatona-/