Уның һүҙәренсә, 2018 йылдың аҙағында сафҡа индерелгән йорттарҙа кешеләргә фатирҙар тапшырыла. Уҙған йылдың авгусынан 500-ҙән ашыу граждан алданған өлөшсөләр өсөн «ҡыҙыу элемтә» эше барышында консультациялар алды. Ведомство вәкилдәре «Миловка паркы» һәм «Яңы Булгаков» торлаҡ комплекстарында проблемалы объекттарҙы һалыу барышын тикшерҙе, төҙөүселәр һәм өлөшсөләр ҡатнашлығында кәңәшмәләр үткәрҙе.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының ҡушыуына ярашлы, проблемалы йорттар төҙөлөшөн тамамлау буйынса финанс-иҡтисади схемалар әҙерләнә.
Инициатив төркөм вәкиле Зөлфиә Ғайсина хәбәр итеүенсә, әле профилле комитет, төҙөүсе ойошмалар һәм өлөшсөләр вәкилдәре араһында һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеү механизмы яйға һалынған.
Башҡортостан етәксеһе ошо процеста ҡатнашыусыларҙың конструктив диалогының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Һеҙ өлөшсөләр менән аралашыу системаһын булдырғанһығыҙ, уның сиктәрендә көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Был осрашыуҙар даими булырға тейеш. Уның йомғаҡтары буйынса протоколдарҙы раҫларға, улар менән инициатив төркөм вәкилдәрен таныштырырға, ә артабан шулар буйынса өлөшсөләр алдында отчет менән сығыш яһарға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.