Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
22 Ғинуар 2019, 17:58

Башҡортостанда «сүп-сар реформаһы» бара. Уның хаҡында бына нимәләр белергә кәрәк

1 ғинуарҙан Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә «сүп-сар реформаһы» башланды. Уның төп асылы нимәлә? Тормош-көнкүрешебеҙҙә ниҙәр үҙгәрәсәк? Ошолар хаҡында тулыраҡ һөйләп үтмәксебеҙ.

1. Был реформа ни өсөн кәрәк?
Тәү сиратта, илебеҙҙә экологик торошто яҡшыртыу һәм тәбиғәткә зыянды кәметеү — рөхсәт ителмәгән күп һанлы ҡыйлыҡтарҙы бөтөрөү, мөмкин тиклем күберәк сүп-сарҙы эшкәртеү һәм ҡалдыҡтарҙы кәметеүҙе яйға һалыу маҡсат итеп ҡуйыла.
Киләсәктә республикала сүп-сар сығарыу өсөн яуаплы компанияларҙың табышы иҫәбенә ҡалдыҡтарҙы йыйыу, сорттарға айырыу, эшкәртеү, утилләштереү һәм зыянһыҙға әйләндереү буйынса юғары технологиялы комплекстар төҙөләсәк.
2. Яңылыҡтың төп асылы нимәлә?
Быға тиклем сүп-сарҙы йыйыу һәм утилләштереү өсөн урындағы хакимиәттәр яуаплы булды һәм кем нисек булдыра ала — шулай эшләне. Быйылдан республика биш биләмәгә бүленде һәм һәр береһенә төбәк операторы беркетелде. Улар хатта иң бәләкәй ауылдарҙағы таҙалыҡ һәм тәртип өсөн яуаплы буласаҡ. Һәр оператор менән ун йылға иҫәпләнгән килешеү төҙөлдө.
Быйыл 1 ғинуарҙа әлеге компаниялар эш башланы. Халыҡҡа кем менәндер килешеү төҙөргә кәрәкмәй. Төбәк операторҙары үҙ сайтына килешеү өлгөһөн ҡуйған, уның менән һәр кем таныша ала һәм барыһы ла шуға ярашлы эш итә.
Ҡыҫҡаса әйткәндә: төбәк операторы раҫланған тарифтарға ярашлы көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарырға һәм утилләштерергә, шулай уҡ клиенттарының ялыуҙарына һәм мөрәжәғәттәренә ваҡытында яуап бирергә тейеш. Халыҡ иһә сүп-сарҙы махсус билдәләнгән урынға ғына ташларға һәм күрһәтелгән хеҙмәт өсөн ваҡытында иҫәпләшергә бурыслы.
3. Нимә өсөн түләйбеҙ һәм күпме түләйбеҙ?
Тарифтар биләмәгә ҡарап билдәләнә, әммә улар ҡала халҡы өсөн йән башына — 70 һумдан, быға тиклем сүп-сар сығарылмаған ауыл кешеләре өсөн 35 һумдан артмаҫҡа тейеш.
Әлегәсә көнкүреш ҡалдыҡтары йыйыу өсөн яуаплы ойошмалар контейнерҙарҙа йыйылған сүп-сарҙы ҡыйлыҡҡа ташыу менән генә шөғөлләнде. Хәҙер ҡалдыҡтар тәүҙә сорттарға айырыласаҡ, эшкәртеүгә яраҡһыҙҙары ғына полигонға оҙатыласаҡ. Утилләштереү, зарарһыҙландырыу һәм сорттарға айырыу сығымдары тарифҡа индерелгән.
4. Ни өсөн айлыҡ түләү төрлө
урында төрлөсә?
Сүп-сар өсөн түләү түбәндәгесә иҫәпләнә: тарифты ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйылыу нормативына ҡабатлап, килеп сыҡҡан күрһәткесте кеше һанына ҡабатларға. Республикала ҡалдыҡтарҙың йыйылыу нормативы (ябай тел менән әйткәндә, кешенең күпме сүп-сар «етештереүе») барыһы өсөн дә бер иш: күп фатирлы йортта йәшәгән кеше өсөн йылына — 1,92 м3, шәхси хужалығында теркәлгәндәргә — 1,95м3.
Төбәк операторҙары эшмәкәрлегенең хаҡына күп факторҙар йоғонто яһай: халыҡтың ни кимәлдә тығыҙ урынлашыуы, ҡалдыҡтарҙы тейәү урынынан ҡыйлыҡҡа тиклемге ара, башҡарылған эш күләме, башҡа компанияларҙың күрһәткән хеҙмәт өсөн тарифтары һәм башҡалар.
5. Квитанцияны кем килтерәсәк һәм уны нисек түләргә?
Февралдән түләү ҡағыҙҙарында «Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн» тигән юл барлыҡҡа киләсәк. Берҙәм иҫәп касса үҙәге хеҙмәттәре менән файҙаланған граждандарға үрҙә әйтелгән квитанция ебәреләсәк. Быға тиклем сүп-сар сығарыу өсөн сығымдар «тәьмин итеү» тигән графаға индерелә ине, хәҙер улар унан алынасаҡ. Ауыл ерендә төбәк операторҙары квитанцияларҙы, электр һәм газ квитанциялары кеүек, почта хеҙмәте ярҙамында таратасаҡ.
Түләүҙе почта йәки банк бүлексәләрендә, шулай уҡ онлайн режимда башҡарырға мөмкин.
6. Бер нисә торлағы булған
кешеләргә нимә эшләргә?
Законда бер нисә фатиры йәки шәхси йорто булған кешеләргә ташлама яһау ҡаралмаған. Шуға күрә һәр фатирға йәки йортҡа тейешле түләү унда теркәлгән кешеләр һанына ҡарап билдәләнәсәк. Әгәр торлаҡта бер кем дә теркәлмәһә, хаҡ милекселәрҙең һаны буйынса тәғәйенләнә.
Белеп ҡуйығыҙ: әгәр һеҙ ниндәйҙер сәбәп менән өйөгөҙҙә биш көндән артыҡ йәшәмәһәгеҙ (мәҫәлән, дауаханала ятһағыҙ йәки диңгеҙ буйында ял итһәгеҙ), был ғәмәлде раҫлаған документтар туплап, төбәк операторына мөрәжәғәт итә һәм түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләтә алаһығыҙ.
7. Рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән ҡыйлыҡтарҙы кем таҙалаясаҡ?
Элекке ҡыйлыҡтарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә муниципалитет йәки ер хужаһы таҙаларға тейеш.
Әгәр берәй урында яңы ҡыйлыҡ барлыҡҡа килһә, төбәк операторы был хаҡта урындағы хакимиәткә, тикшереү органдарына һәм биләмәнең хужаһына хәбәр итә.
Әгәр хужа бер ай эсендә тәртип урынлаштырмаһа, төбәк операторы быны үҙе башҡара һәм хеҙмәт өсөн түләү талап итә ала.
8. Ауылдарҙа сүп-сар контейнерҙары ҡуйыласаҡмы?
Эйе, урындағы хакимиәт һәм төбәк операторҙары уларҙы быйыл уҡ урынлаштырырға тейеш. Санитар талаптарға ярашлы, был урындың асфальт йәки бетон менән ҡапланыуы, тирә-яғы бордюр менән уратып алыныуы, йәшел үҫентеләр ултыртылыуы, шулай уҡ автотранспорт менән инеү өсөн юл булыуы шарт. Иң күбе биш контейнер ҡуйырға мөмкин. Сүп-сар һауыттары менән тораҡ йорттар, балалар уйын майҙансыҡтары, ял һәм спорт өсөн тәғәйен урындарҙың араһы кәм тигәндә 20 метр булырға тейеш. Әммә был арауыҡ 100 метрҙан артыҡ була алмай.
Әлегә көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡапсыҡтарға йәки башҡа төрлө һауытҡа йыйырға кәңәш ителә.
9. Кемдәр ташламаға хоҡуҡлы һәм уны нисек юлларға?
Республикала 500 меңдән ашыу кеше торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәрен түләүгә киткән сығымдары өсөн айлыҡ аҡсалата компенсация ала. Уның күләме шәхсән билдәләнә. Быйылдан уға сүп-сар сығымдары ла индереләсәк. Компенсацияға түбәндәгеләр хоҡуҡлы:
• Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары;
• инвалидтар һәм инвалид бала тәрбиәләүселәр;
• радиацияға дусар булған граждандар;
• Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда эшләгән кешеләр;
• хеҙмәт ветерандары;
• күп балалы ғаиләләр.
Дөйөм килеменең күп өлөшөн коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә тотонған ғаиләләргә тағы бер төрлө субсидия ҡаралған. Ул түбәндәгесә билдәләнә:
• күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләргә — 13%-тан ашыу;
• 70 йәше тулған яңғыҙаҡ пенсионерҙарға — 16%;
• башҡаларға — 20%.
Мәҫәлән, ғаиләнең дөйөм килеме — 20 мең һум. Әгәр коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү:
• бер ниндәй ташламаға эйә булмағандырҙыҡы — 4000 һумдан ашыу;
• яңғыҙаҡ пенсионерҙарҙыҡы — 3200 һумдан ашыу;
• күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләрҙеке 2600 һумдан ашыу тәшкил итһә, улар компенсация алыуға хоҡуҡлы.
Айлыҡ аҡсалата компенсацияны юллау өсөн йәшәү урыны буйынса Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге филиалына, Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ республика Дәүләт хеҙмәттәре порталы — gosuslugi.bashkortostan.ru ярҙамында электрон формала ғариза яҙыу мөмкинлеге бар. Кәрәкле документтар менән танышыу өсөн һылтанма: http://mintrudrb.ru/payments/zhku_grant_about/8173/
«Субсидияларҙың онлайн-калькуляторы» сервисы ярҙамында субсидия алырға хоҡуғың бармы-юҡмы икәнде тикшерергә мөмкин: http://rcspn.mintrudrb.ru/housing-subvention-calculator
Тейешле льготалар тураһында бөтә төр мәғлүмәтте онлайн-консультант ярҙамында белергә була: http://calc.rcspn.mintrudrb.ru/adviser/Default.aspx
10. Һорауҙар тыуһа,
ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Һәр төбәк операторының һәм яуаплы ведомствоның «ҡыҙыу линия»һы бар. Диспетчерҙар эш көндәрендә 9.00 – 17.00 сәғәттәрҙә эшләй.
Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы: 8 (347) 218-07-23, 8 (347) 218-07-22 (льготалар, субсидиялар).
Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы: 8 (347) 218-03-90 (ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына бәйле һорауҙар).
1-се биләмә — «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ» муниципаль унитар предприятиеһы.
Өфө ҡалаһы, Архангел, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Дыуан, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Өфө, Шишмә райондары;
2-се биләмә — «Дюртюлимелиоводстрой» йәмғиәте.
Ағиҙел, Нефтекама, Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл райондары һәм Межгорье ябыҡ автономлы биләмә округы;
3-сө биләмә — «Эко-сити» йәмғиәте.
Күмертау, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Стәрлебаш, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондары;
4-се  биләмә — «Экология Т» йәмғиәте.
Октябрьский ҡалаһы, Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары.
Читайте нас: