Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
30 Ғинуар 2019, 13:51

Тарих хаҡында ҡыҫҡаса...

1917 йылдың февралендә империялар һуғышында еңелеү хурлығын татыған Рәсәй ғәскәрҙәренең баш командующийы, империя батшаһы Николай Икенсе Дәүләт Думаһындағы күп партиялы сәйәсмәндәр тарафынан властан төшөрөлгәс, иҙелеп йәшәгән мосолман халыҡтарының зыялылары, “милли дәүләтселек алыуға мөмкинселек асылды” тип, сәйәси әүҙемлек йәйелдерә...

Бөйөк Рәсәй дәүләте эсендә үҙаллылыҡ алып, дәүләтен булдырып йәшәү хаҡында хыялланған башҡорт зыялылары ла, Ырымбур ҡалаһында тәүге Башҡорт хөкүмәтен төҙөй. Хөкүмәт ағзаһы Әхмәтзәки Вәлиди етәкселегендә вәкилдәр Петроградҡа бара, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы һайлап ҡуйған, Ваҡытлы хөкүмәт рәйесе Керенскийҙың хуплауын алып, үҙ ерҙәренә хужа булыу, Каруанһарайҙы башҡорттарға ҡайтарып алыу мәсьәләләрен еңел хәл итеп, шатланып ҡайталар. Был оло ваҡиға большевиктарҙың Ваҡытлы хөкүмәткә, Дәүләт Думаһына ҡаршы фетнә башлауына тиклем, Октябрь революцияһы булып тарихҡа ингән, 1917 йылдың 7 ноябренән алдараҡ булған.
1918 йылдың апрелендә, Граждандар һуғышы башланыр алдынан, Совет хөкүмәте рәйесе В.И. Ленин Рәсәй биләмәләрендә йәшәгән ярлыларҙы яҡларға, милли үҙаллылыҡ бирергә вәғәҙә итә. Әммә август айында, эсерҙар партияһы вәкиле Каплан Совет хөкүмәте рәйесе В. И. Ленинды атып яралай, Петроград чекистары башлығы йәһүд Моисей Урицкий үлтерелә. Август аҙағы, сентябрь башында Америка, Англия, Франция илдәренең илселәре тарафынан большевиктарға ҡаршы фетнә әҙерләнеүе асыҡлана. Һөҙөмтәлә, “ярлыларҙы яҡлайбыҙ” тип, вәғәҙә биргән большевиктарҙың эсерҙарға, меньшевиктарға, кадеттарға һәм башҡа партия ағзаларына ҡаршы “ҡыҙыл терроры” башлана. Рәсәйҙең ярлы ир-егеттәре, ҡулына ҡорал алыуға ҡыуанып, Ҡыҙыл Армияға яҙыла. Пенза дивизияһының командирҙары һәм комиссарҙары тәүҙә Мәскәү яҡтарында йәшәгән, байлыҡ туплаған урыҫ һәм сит ил байҙарын талайҙар, таларлыҡ байлыҡ ул яҡтарҙа ҡалмағас, Революцион-хәрби Совет уларҙы Башҡорт илен таларға, халҡын ҡырырға ебәрә...
Һуғышсанлыҡ даны киң таралған башҡорт ир-егеттәре аҡтарҙың генералы Дутовтың ғәскәренә лә, Ҡыҙыл Армияға ла, Башҡорт ғәскәрҙәренә лә, Блюхерҙың партизандар “армияһына” ла мобилиза-циялана, башҡорттарҙың тәҡдиренә туған туғанға ҡаршы һуғышырға, аҡтар өсөн дә, большевиктар өсөн дә ҡан түгергә, ғәзиз ғүмерен бирергә насип була.
Башҡорт полкына тәүҙә ир-азаматтарҙан Ырымбурҙа Башҡорт хөкүмәте ағзаларын төрмәнән ҡотҡарыуҙы ойошторған прапорщик Әмир Ҡарамышев һуғышсылар йыя, ул сирләп Белоретта үлгәс, полкты етәкләү прапорщик Муса Мортазинға тапшырыла.
Башҡорт хөкүмәтенең ағзаһы, Башҡорт ғәскәрҙәренең баш командующийы итеп һайланған, изге теләге туған халҡына милли дәүләтселек алып биреү булған аҫыл зат, тарихсы, танылған оратор Әхмәтзәки Вәлидиҙең тырышлығы менән хәрби тәртипте тотҡан милли ҡораллы ғәскәр төҙөлә. Полктың командирҙары, буласаҡ полководец Муса Мортазиндың командалығы аҫтында, һалдаттарына ҡоралдар етешмәгәндә лә, тәүҙә аҡтар яғында, ҡыҙылдарға ҡушылғас та Совет власын яҡлап уңышлы һуғыштар ойошторалар.
Империяның көслө баҫымы аҫтында иҙелеп йәшәгән татар ҡәрҙәштәрҙең зыялылары Граждандар һуғышы йылдарында 27 меңгә еткән башҡорт ғәскәрҙәренә ҡушыла. Ғәскәрҙәге штаб начальнигы, Ҡазан “төрөгө” Мәжит Алкиндың, (татарҙарҙы Ә. Вәлиди “төрөк” тип атаған. Командующий дәрәжәһенән ситләтелгәс, Алкинға шул дәрәжә тапшырыла. авт.), генерал Ишбулатовтың, полковник Бикмәевтың, полковник Әхмәровтың, Ҡазан төркө, йөҙбашы Исмәғил Шәриповтың, Абдулла Әҙһәмовтың (тәүге хөкүмәттә – мәғариф министры), Абдрахман Фәхретдиновтың командирҙар булараҡ ролен Ә. Вәлиди юғары баһалай.
Башҡорт ғәскәрҙәре 1919 йылдың февралендә Ҡыҙыл Армияға ҡушылғас, ташҡын һымаҡ ябырылып, аҡтарҙы Себер, Урта Азия тарафтарына ҡыуа башлайҙар. Һөҙөмтәлә, Совет хөкүмәте вәкилдәре, Башҡорт хөкүмәте вәкилдәре менән осрашып, килешеү төҙөй. Шул килешеү нигеҙендә 1919 йылдың 20 мартында Башҡортостан Федератив хоҡуҡлы автономия исемен ала, тик шул дәүерҙә Башҡортостанда ҡышлаған, башҡорт халҡын талау, үлтереү менән шөғөлләнгән Пенза дивизияһы һәм 24- се уҡсы дивизия командирҙары һәм комиссарҙары ҡыҙылдарға ҡушылып өлгөргән милли ғәскәрҙәге һуғышсылар-ҙы ҡоралһыҙландыра башлай. Ҡоралһыҙ башҡорт халҡына ҡаршы ла “ҡыҙыл террор” көсәйтелә.
Үҙе үлгәнгә саҡлы, Совет дәүләтенең сәйәсәтендә етәкләүсе ролен ҡулынан төшөрмәгән, Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссары И. Сталин 1919 йылдың 22 мартында “Коммунар” гәзитендә: “Һеҙҙең ғәскәр Дутов менән Колчакка ҡаршы ғәйрәтле тора. Ике миллионға тиклем башҡорт бар, ул Рәсәйҙә революция ҡаҙаныштарын һаҡлап алып ҡалыуға һәм уны бөтә донъяға таратыуға дисциплиналы, идеяға һәм үҙ юлбашсыларына бирелгән йөҙ меңле армия бирер,” – тигән ышаныс белдерә. Шул юлдарҙан күренеүенсә, Сталиндың РКП(б) Үҙәк Комитетының Генераль секретары посына килеүе шул заман талабына яуап биргән. Ул Үҙәк Комитет рәйеслегенә Рәсәйҙәге күп фирҡә ағзаларына, мосолман “милләтселегенә” һәм бөтә милләттәрҙең “буржуаз” сәйәс-мәндәренә ҡаршы аяуһыҙ репрессив сараларҙы байытыуҙа, интригалы алымдар ҡулланыуҙа инициативалы, тәбиғәте менән тәүҙә большевиктарҙың күпселеген һоҡландырып килгән, 1924 йылда В.И. Ленин үлгәс, мәкерле Сталин тарих майҙанында “революция ҡаҙаныштарын бөтә донъяға таратыу” хаҡында хыялланған, шул маҡсатта йөҙ меңләгән башҡортто ҡорбан итергә әҙер булған, фирҡәләштәрен дә (Артемды) шул идеяға хеҙмәт итергә өндәгән. Үҙ тирәһендә хеҙмәт итеүсе большевиктарҙы ла хәүефләндереп етәкселек итеүе, уларға ҡаршы төрлө яуызлыҡтар уйлап сығарыуы, НКВД ҡулы менән үс алыуы мәғлүм.
Башҡорт хөкүмәте ағзаһы Әхмәтзәки Вәлиди, үҙенең ярҙам-сылары менән берлектә, башҡорт ерҙәрендәге “ҡыҙыл террор” хаҡында (күп яуызлыҡтары теҙеп яҙылған) документ әҙерләй, Ленин менән Сталинға мөрәжәғәт менән шул документты алып бара, бәхәскә инә, әммә сыҡҡанда Совет хөкүмәте башҡорттарға Килешеүгә нигеҙләнгән азатлыҡ бирмәҫенә төшөнә. Үтә аяныслы шундай хәлдәр Башҡорт ғәскәрҙәрендәге төп көстәр Советтарҙың баш ҡалаһын, Петроградты һаҡларға ебәрелгәс, сит илдәр тарафынан ҡоралландырылған, аҡтарҙың генералдары Деникин, Врангель, Петлюра бандалары һәм поляк пандары ғәскәрҙәрен ҡыйратҡан ваҡыттарҙа көсәйә, граждандар һуғышы тамамланғансы дауам итә.
Совет хөкүмәтенең етәкселәре, хәрби тәртипкә буйһонған, ҡаһармандарса һуғышҡан, ғәскәр төҙөүҙә әүҙемлек күрһәткән Башҡорт хөкүмәте ағзаларын буш вәғәҙәләр менән алдап булмаҫын аңлай. Шулай ҙа Ленин менән Сталин, Коммунистар партияһын, Совет илен тиҙерәк байытыу маҡсатында, “ҡыҙыл террор”ҙы туҡтатырға уйламай. Милли сәйәсмәндәрҙе ҡурҡытыу, шул баҫым аҫтында уларҙы үҙҙәренә буйһондороу маҡсатын ҡуялар, милли сәйәсәтен ун дүрт ай үткәс тә үҙгәртәләр. 1920 йылдың 19 майында Башҡортостандың хоҡуҡтары өлкә кимәленә ҡалдырыла, “Ер”, “Ер аҫты”, ”Урман” байлыҡтары тураһында декреттар яҙыла, милли биләмәләрҙәге бөтә тәбиғәт байлыҡтары Совет дәүләтенеке тип иғлан ителә; 12 пункттан торған тезистар әҙерләнә, шуларға нигеҙләнеп, милли күпселек, мосолмандар йәшәгән биләмәләрҙә көн күргән, граждандар һуғышы сәбәпле аслыҡтан йонсоған халыҡтың, большевиктарҙың яуызлығына ҡаршы ризаһыҙлығы, Совет дәүләтенә ҡаршы сығыш тип баһалана. Башҡорт ғәскәрҙәренең һуғышсыларын фронттар-ҙа, иң ҡурҡыныс авангардтарҙа ҡорбан иттереү сәйәсәте юғарынан күрһәтмә нигеҙендә башҡарылған. Өҫтәүенә, 1921 йылда ҡот осҡос ҡоролоҡ була. Аҡыл етмәҫлек енәйәттәр һөҙөмтәһендә, башҡорттар 1923 йылға тиклем ярты миллиондан күпкә кәмей.
1917 йылдан бирле, төрлө губерналарҙан Башҡортостанға күсе-релгән, хуторҙарын булдырған урыҫтарға винтовкалар таратыла, башҡорттарҙы таларға, үлтерергә хөрриәт асыла. Улар хатта төнгө сәғәттәрҙә Башҡорт хөкүмәте хеҙмәткәрҙәренә һөжүм итә. Үҙәк хөкүмәттең теләге буйынса, аҫаба халыҡты колониаль иҙгенлектә йәшәтеү сәйәсәте шул мәлдәрҙә үк башлана. Большевиктарҙың идеологтары Башҡортостанда һәм Төркөстанда йәшәгән күп миллионлы халыҡтың игенен, мал-тыуарын талағанда урындағы командирҙар Поленов, Руденко кеүек большевиктарҙың яуызлығына ҡаршы баш күтәргән ярлы халыҡты, тарихта “һәнәк һуғышы” тип аталған, 20 ауыл тирәһендә булған күтәрелештәрҙе (мәҫәлән, Борай республикаһын) фронттан еңеү менән ҡайтҡан Муса Мортазиндың 800 яугиренән ҡырҙырта. Граждандар һуғышы һылтауы менән тыуған еребеҙҙә булған ғибрәтле хәлдәрҙә большевик-коммунистарҙың енәйәттәрен был очеркта ҡыҫҡаса ғына һүрәтләнем, мәғлүмәттәр ысынбарлыҡҡа тулыһынса тап килә, башҡа очерктарҙа дауамы буласаҡ. 1937 йылда төрмәләрҙә юҡ ителгән 5 меңдән ашыу башҡорт араһында, милләттәштәрен ҡырыуҙа әүҙем тырышҡан мортазинсылар һәм большевиктар ҡулынан өс тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены, бүләккә алтын сәғәт һәм көмөш һаплы ҡылыс алған полководец Муса Мортазин да, “милләтсе, вәлидисе, контрреволюционер” тип, большевиктар тарафынан юҡ ителә. Ҡыҙыл Армияның маҡсатына әүерелгән, 1918 йылдың ғинуарында башланған яуызлыҡтарға хөкүмәт кимәлендә яҙма күрһәтмә бирелмәй, шикелле, әммә Мәскәү янындағы ҡыҙыл командирҙар әҙерләү курстарын тамамлаусы курсанттар алдында, Артем (Федор Андреевич Сергеев) унда барып сығыш яһаған, тарихта башҡа фанатик-ораторҙарҙың сығыш яһауы теркәлгән. Ораторҙар, әлбиттә, йәш большевиктарға (буласаҡ командирҙар, комиссарҙар, курсант ваҡыттарында уҡ партия ағзаһы итеп алынған. авт.): “Совет дәүләтен эске дошмандарҙан һаҡлағанда һуғышҡан ерҙәрегеҙҙә милли буржуазия вәкилдә-рен аяуһыҙ ҡырығыҙ”, – тигән лозунг-өндәүҙәр күтәргән. Ораторҙар Совет иле юлбашсыларының “колониялар” хаҡындағы сәйәси тезистарын йәш командирҙарҙың аңына яҡшы һеңдергән, “синфи дошмандарҙы” үлтерергә өй-рәтелгән. Эскелектән шешенгән, күҙҙәре тонған йәш большевик – шайтандарҙа “бусурмандарҙы” йәлләү тойғоһо ят булған. Утыҙ һаҡсыһы атып үлтерелгәс, башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың һәм уның юлдашы шағир Иркәбаевтың ғүмерен 1-се Смоленск полкында аҡылға һыймаҫ яуызлыҡ менән ҡыялар. Томана үлтереүселәр, остаздарының маҡсатына ярашлы, аҫабаларҙың һанын кәметеүҙә “үтә тырышып” ҡораллы “хеҙмәт” күрһәтәләр, Башҡортостанда граждандар һуғышы бөткәнсе яуызлыҡтар туҡтатылмай. Хәйләкәр һәм мәкерле Совет дәүләтенең юлбашсылары менән күп тапҡыр бәхәсләшеп тә, өҫтәрәк яҙылған яуызлыҡтарҙан башҡорт халҡын ҡотҡара алмаған Әхмәтзәки Вәлиди Мәскәүҙән – Бакуға, унан Урта Азияға ҡасырға мәжбүр була. Большевик - идеологтарҙың битарафлығы һөҙөмтәһендә Башҡортостанда тыуып бәхетһеҙ яҙмышҡа юлыҡҡан мосолмандарҙың тормошо тамуҡҡа әүерелә. Ауылдарҙың яртыһынан күбе-һенең өйҙәре бушап ҡала, йәиһә янды-рыла, халҡы бөтөнләй ҡырыла.
Кәрим БУЛАТ.
Редакциянан: Был яҙма – авторҙың “Хәҡиҡәт эҙләгәндә” китабынан өҙөк. Очерк үҙгәртелмәй баҫыла.
Читайте нас: