Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
4 Февраль 2019, 15:50

Радий ХӘБИРОВ: “Биш көнлөк уҡыу системаһына күсергә тәҡдим итәм”

Өфөлә тәүге тапҡыр мәктәптә белем биреүгә арналған форум үтте. Бында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Мәктәп директорҙары, ғалимдар, уҡытыусылар ҡатнашлығында үткән сарала ауыл мәктәптәренә педагогтарҙы йәлеп итеү, хәүефһеҙлек, туҡланыу, һәләтле балаларҙы дәртләндереү менән бәйле мәсьәләләр күтәрелде.
Радий Хәбиров үҙ сығышында мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡыуға күсергә тигән тәҡдим индерҙе. Балалар былай ҙа арыған һәм ял көндәрен ғаиләһе менән уҙғарырға тейеш. Шуның менән бергә биш көнлөк эш аҙнаһына күсеү барышында уҡытыусыларҙың эш хаҡы һаҡлана. 32 буш шәмбенең һигеҙен Радий Хәбиров мәктәпкә арнарға тәҡдим итте.
Сара барышында халыҡ-ара, Рәсәй, төбәк кимәлендәге олимпиада еңеүселәре һәм уларҙың педагогтарына тәүге тапҡыр республика Башлығы гранттары тапшырылды. Абруйлы премияға 135 бала һәм 91 уҡытыусы лайыҡ булды.
Радий Хәбировтың ауыл мәктәптәренә пе-дагогтарҙы йәлеп итеүгә бәйле тағы бер тәҡдим индерҙе. Бөгөн йәш быуын төпкөлдәргә барырға ашыҡмай, уларҙың алған һөнәре буйынса эшләмәүе, мәшғүллек биржаһында тороуы ла мөмкин. Әммә мәктәп түгел. Проблеманы махсус программалар, матди дәртләндереү менән хәл итергә була. Ауыл еренә эшкә барған уҡытыусыларға аҡса бүленәсәк, тине Радий Фәрит улы. Әлбиттә, был дөрөҫ тәҡдим, сөнки ауыл мәктәптәрендә физика, химия, биология уҡытыусылары етешмәй. Әгәр ҙә район хакимиәтенән йәш белгестәргә дәртләндереү саралары, мәҫәлән, ер бүленһә, гранттар бирелһә, бындай етешһеҙлектәр бөтөрөлөр ине.
Республика етәксеһе балаларҙы оло тормошҡа әҙерләү өсөн яңы программа индерергә тәҡдим итте. Мәктәптә уҡыусыларға аттестаттан тыш өҫтәмә һөнәр ҙә бирелергә тейеш. Водитель таныҡлығы алыумы, шахмат уйнарға өйрәнеүме, сит телдәрҙе өйрәнеүме. Был һәләттәр тормошта уға өҫтөнлөк бирәсәк.
Түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеүҙән һуң педагогтарҙың тәҡдиме бергә тупланып дөйөм ҡарамаҡҡа сығарылды. Улар буйынса ҡарарҙар ҡабул ителәсәк. Радий Хәбиров физик мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн республика реабилитация үҙәге төҙөләсәген дә билдәләп үтте.
Заман мәктәбе белем усағы ғына түгел, мәғариф учреждениеһы иңендә төплө белемле, киң ҡарашлы, бар яҡлап та камил шәхес тәрбиәләү бурысы ята. Был йүнәлештәге эшмәкәрлек яңыса технологияларға таянып уҡытыуҙы ла, уңышлы эш алымдарын үҙләштереүҙе лә, хәүефһеҙлек, туҡланыу менән бәйле мәсьәләләрҙе лә хәл итеүҙе күҙ уңында тота. Беренсе тапҡыр ойошторолған мәктәп форумы ошо һорауҙарҙы уртаға һалып фекер алышыуҙы, дөйөм ҡарарға килеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы ла инде.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: