Ошо уңайҙан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ултырышында Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Рәхимовты Аҡһаҡалдар ҡоро советының почетлы ағзаһы итеп алырға тигән тәҡдим булды. Башҡарма комитет, Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Вельмир Аҙнаев әйткән идеяны хуплап, Ил ағаһына «Башҡорт халҡының маҡтаулы аҡһаҡалы» исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул итте.
... Кешегә исем осраҡлы ҡушылмай, тиҙәр. МОРТАЗА «һайлап алынған» тигән мәғәнәгә эйә. Ысынлап та, Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов – халыҡ тарафынан һайлап ҡуйылған беренсе Президентыбыҙ. Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән тәғәйенләнеште – ошо үтә лә яуаплы, үҙенсәлекле һәм ауыр миссияны ул ҙур батырлыҡ менән үтәне.
Ул Башҡортостан Республикаһы Президенты кеүек ауыр йөктө 18 йыл тартты. Уның иңендә – халыҡ яҙмышы. Бер генә быуындыҡы түгел, ә, бәлки, бик күп быуындарҙың, халыҡтарҙың, шәхестәрҙең яҙмыштары ята. Ниндәй милләт вәкилдәре, ҡайһы диндә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ул Башҡортостан халҡын берләштерҙе, еңеүҙәргә әйҙәне, тура юл күрһәтте.
Бөгөнгөләй хәтеребеҙҙә, Башҡор-тостандың гөрләп торған саҡтары. Рәсәй буйынса 86-сы урында тапталған республикабыҙ ул етәкләгән осорҙа 4-се урынға күтәрелде. Был – үтә лә аҡыллы һәм һәләтле етәкселек итеүҙең емештәре ине. Бындай хәл Рәсәйҙең бер төбәгендә лә юҡ ине, сөнки ул көсөргәнешле 90-сы йылдарға тап килде. Киң ҡоласлылыҡ йәһәтенән инҡилапҡа торошло дәүерҙә «Башҡортостан» карабының капитаны» һынауҙы уңышлы тотто, һынманы, ҡойолоп та төшмәне. Былар барыһы ла – Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың эшмәкәрлек емеше.
Бөгөн бар халыҡ уны һағынып иҫкә ала, сөнки Мортаза Ғөбәйҙулла улы республиканы үҫтерҙе, һаҡлай һәм яҡлай алды, башҡорт халҡы өсөн генә түгел, бөтә республика халҡы өсөн ҙур эштәр башҡарҙы.
Шуныһы һөйөнөслө: башҡорт халҡының ғына түгел, Башҡортостаныбыҙҙың Оло Атаһы әле лә сафта. Үҙенең барлығы, булмышы, аҡылы менән һаман да шулай эскерһеҙ, тынғыһыҙ һәм оло йөрәкле булып ҡала. 85 йәшлек юбилейын Башҡортостан етәксеһе республика кимәлендә киң билдәләргә тәҡдим иткәс, ул тыйнаҡ ҡына баш тартты. Юбилей үткәреп, “бушты-бушҡа ауҙарғансы”, республикала килеп тыуған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү менән булырға кәрәк, тип яуапланы. Килеп тыуған кисектергеһеҙ проблемаларҙы хәл итеүҙә Радий Хәбировҡа уңыштар теләне. Юбилей көнөндә Мортаза Ғөбәйҙулла улы республика етәк-селегенән – открытка, матбуғат сараларынан йылы һүҙгә лә ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.
Хәйер, ул үҙе Башҡортостан менән етәкселек иткән йылдарҙа, бер ҡасан да тыуған көнөн байрам итеп ултырманы, ә, киреһенсә, һәр ваҡыттағыса, эш сәфәре менән райондар буйлап йөрөп, республикалағы көнүҙәк мәсьәләрҙе хәл итте.
Ғүмер, аҡҡан һыу кеүек, үтә лә китә, ләкин кеше ҡалдырған эҙҙәр барыбер юйылмай.
Республикабыҙҙың беренсе һәм халыҡ һайлаған Президентын, баш-ҡорт халҡының салт аҡыллы аҡһа-ҡалын, илебеҙ мәнфәғәтенә арымай-талмай эшләгән Ил ағаһын мәртәбәле юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм бәхет теләйбеҙ!