Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
5 Февраль 2019, 14:14

«Торатау» геопаркы булдырылды

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Торатау» геопаркын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Экология министрлығынан белдереүҙәренсә, «Торатау» геопаркы составына, мөһим объекттар булараҡ, айырым һаҡланылыусы тәбиғәт биләмәләре – Торатау менән Йөрәктау, шулай уҡ Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарының тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегендә булған бер нисә уникаль объект индерелде. Улар: Ромадановка йырыны, Хажы мәмерйәһе, Берғамыт шишмәһе сығанағы, Егән, Ыласын, Олимпия мәмерйәләре һәм уларҙың тирә-яғы, Туғарһалған күле, Алатау биләмәһе, Этҡол һаҙлығы, Ҡуҡрауыҡ шарлауығы, Салауат Юлаев һәм Ташөй мәмерйәләре һәм донъялағы иң яҡшы, девон һәм карбон ҡатламына бай уйымы булған Кәлимосҡан ҡаяһы (бынан 360-380 миллион йылдар элек барлыҡҡа килгән, Палеозой эраһы) урынлашҡан биләмәләр «Ишембай» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына индерелде.
Ошоға бәйле, 2019-2020 йылдарҙа Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары территорияларында Торатау геопаркы сиктәрен асыҡлау маҡсатында ғилми экспедициялар уҙғарыласаҡ, биләмәләр зоналарға бүленәсәк, шулай уҡ фәнни һәм рекреацион әһәмиәтле яңы мөһим объекттар айырып алынасаҡ.
Бөгөнгө көндә был геопарк республика кимә-лендә оло әһәмиәткә эйә. Артабан ул ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктарының халыҡ-ара селтәренә индереләсәк.
Р. САФИНА.
Читайте нас: