Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
5 Февраль 2019, 14:02

Урамдар яҡты, таҙа, транспорт уңайлы булһын!

Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов предприятиелар эшселәре менән йыш ҡына осрашып тора. Был юлы етәксе «Электр селтәре» муниципаль унитар предприятиеһында хеҙмәткәрҙәр менән эшлекле аралашыу ойошторҙо.

Ғәҙәттә, бындай аралашыу ваҡытында хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең предприятиеһына бәйле һорауҙар бирә. Был юлы башҡасараҡ булды, һорауҙар ҡала тормошона, көнкүреш мәсьәләләргә бәйле булды. Улар үҙҙәренең йорт алдарында ҡарҙарҙы таҙартыу, йәмәғәт транспорты, балалар баҡсаһында компенсация-лар, туҡталыштар, мәктәптәрҙә туҡланыу, урамдарҙа яҡтыртыу ҡорамалдары булдырыу тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Әйткәндәй, яҡтыртыу ҡорамалдары булдырыу тураһындағы һорауҙы Владимир Куликов электр үткәреүселәрҙең үҙҙәренә бирҙе.
– Был мәсьәлә, ысынлап та, көнүҙәк, тротуарҙар ҙа, машина юлдары ла ныҡлы яҡтыртылырға тейеш. Был һорауға яуапты һеҙ үҙегеҙ беләһегеҙҙер тип уйлағайным. “Ҡасан яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуя башлаясаҡһығыҙ”, – тип шаяртып, ҡаршы һорау бирҙе ул коллективҡа.
Етәксенең тел төбөн аңларға була, был өлкәлә инициатива предприятиенан сығырға тейеш. Был йәһәттән, әлбиттә, бюджеттан аҡса йәлеп итергә кәрәк, ә аҡса бүленһен өсөн проект булырға тейеш. Ҡала етәксеһе яҡтыртыу ҡорамалдарын ҡуйҙырыу өсөн проект булдырырға һәм артабан бар мөмкинлектәрҙе файҙаланып, уны үтәп сығырға кәрәк, тип белдерҙе.
– Лазурный биҫтәһе ҡалаға ҡасан ҡушыласаҡ? – Ошондай һорау ҙа яңғыраны осрашыуҙа.
Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ҡала халҡының кәмеүе күҙәтелә, ҡалала йәшәүселәр бындай яңы биләмәләрҙә төҙөлгән йорттарҙа фатир һатып ала, ә был биләмәләр Стәрлетамаҡ районына ҡарай. Әлеге ваҡытта бындай биләмәләрҙе ҡалаға ҡушыу тураһындағы мәсьәлә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ҡарала. Әммә һәр кем дә ҡала ҡарамағына күсергә теләмәйҙер, сөнки унда тарифтар башҡасараҡ, шул иҫәптән электр өсөн дә. Ҡалала йәшәп, ауыл ташламаларын ҡулланыу бер кемгә лә ҡамасауламайҙыр.
Күптәр мәктәптәрҙә балаларҙың туҡланыуы насар ойошторолоуы, аҙыҡтарҙың сифатһыҙ булыу ытураһында һүҙ ҡуҙғатты.
– Мәктәптәрҙә туҡланыу һәр ваҡыт тикшереү аҫтында, үҙемдең дә улым мәктәптә уҡый, әлегә аҙыҡ оҡшамай, йә ашҡаҙан ауырта тип зарланғаны юҡ. Әгәр ҙә шикләнәһегеҙ икән, үҙегеҙ балаларҙың өҫтәленә ҡуйылған аҙыҡты инеп ҡарай алаһығыҙ, – тине ҡала етәксеһе.
Эшселәр һәр кемде лә борсоған йәмәғәт транспортына ҡағылышлы һорауҙар ҙа яуҙырҙы. Легаль булмаған маршруткалар эшен туҡтатҡандарын бөтәгеҙ ҙә белә. Бындай күренештәрҙе киләсәктә хәл итәсәкбеҙ. Әлеге мәлдә тулыһынса анализ яһала, уның нигеҙендә эште көйләйәсәкбеҙ, йәмәғәт транспортының ваҡытында һәм йыш йөрөү мәсьәләһе лә хәл ителәсәк. Бының өсөн бер аҙ ваҡыт талап ителә. Ә легаль булмаған транспортты законлаштырып алыуға бер кем дә ҡамасауламай, беҙ ҙә риза. Әммә законды үтәүе еңелдән түгел, мәҫәлән, техника 7 йылдан да иҫке булмаҫҡа тейеш. Автопаркты яңыртыр өсөн сығымдар талап ителә, быға һәр кем дә әҙер түгел.
Һәр ваҡыттағыса торлаҡ-ком-муналь хужалығы өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙар күп булды. Уға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Илдар Ғарифуллин яуап бирҙе һәм ҡайһы берҙәрен контролгә алды.
Ғөмүмән, аралашыу эшлекле үтте, халыҡты яҡтылыҡ менән тәьмин итеүселәр ҡәнәғәт ҡалғандыр. Иң мөһиме, ҡала етәксеһе Владимир Куликов аралашыуҙы, бергә эш алып барыуҙы артабан да дауам итергә тәҡдим итте.
– Мин һәр ваҡыт бәйләнеш өсөн асыҡ, һорауҙарығыҙ булһа, социаль селтәрҙәрҙә туранан-тура миңә яҙығыҙ, хәбәр итегеҙ! Шулай уҡ минең ярҙамсыларыма ла сыға алаһығыҙ, кәңәшләшербеҙ! –тине ул хушлашып.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: