2019 йылдың 26 майында Өфөлә, ғәҙәттәгесә, «1000 велосипедсы көнө» уҙа. Был хаҡта ойоштороусылар «ВелоӨфө» хәрәкәтенең рәсми берләшмәһендә хәбәр итте. Ләкин ике тәгәрмәстә йөрөргә яратыусыларҙы сюрприз көтә. Спорт фестиваленә республиканың тағы биш ҡалаһы ҡушыла.
«Әүҙемселәр Салауат, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама һәм Өфө аша Башҡортостандың велосипедизация символын йөрөтөргә тейеш. Ул эстафета кеүек ҡаланан ҡалаға тапшырыла. 26 майҙа иһә «1000 велосипедсы көнө» фестивалендә ул үҙенең лайыҡлы урынын биләйәсәк!» — тип аңлатты ойоштороусылар.