Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
13 Февраль 2019, 14:38

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповты иҫкә алалар

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповты иҫкә алалар. Кисә, мәшһүр шағирҙың тыуыуына 87 йыл тулған көндә, Мосолман зыяратында уның ҡәберенә сәскәләр һалынды.



«Сәскә һалыуҙа республиканың Яҙыусылар берекмәһе һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты вәкилдәре ҡатнашты. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Рәми Ғариповтың ижадына арналған шиғриәт сәғәте уҙҙы. Студенттар әҙиптең шиғырҙарын уҡыны», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Яҙыусылар берекмәһе рәйесе Зәки Әлибаев.


Бөгөн, 13 февралдә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында Зөһрә Бураҡаеваның шағирҙың тормошона һәм ижадына арналған «Февраль.Буран…» спектакле ҡуйыла. Премьера 2012 йылда, Рәми Ғариповтың 80 йыллығы уңайынан уҙҙы.

Читайте нас: