Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
22 Февраль 2019, 13:37

СӘНӘҒӘТ, ТРАНСПОРТ, БӘЙЛӘНЕШ ҺӘМ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК

Был өлкә экология, эш урындары, халыҡты тулыһынса хеҙмәтләндереү, инновациялар индереү кеүек һүҙҙәр-ҙе берләштерә. Актив барышында быға бәйле төрлө эш алып барыу үрнәктәре, үткән йылға йомғаҡтар һәм киләсәктә көтөләсәк яңылыҡтар тураһында һүҙ алып барылды.

Алғы планға хәүефһеҙлек саралары сығарылды, тип әйтһәк тә була, актив үтәсәк Ҡала мәҙәниәт һарайы алдында янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар алдан уҡ үҙҙәренең техникаһын килтереп ҡуйып, ҡатнашыусыларҙы сәләмләп тора ине. Бында шулай уҡ ҡалабыҙ шарттарында һынау үткән электробусты ла күрергә мөмкин булды. Ә бына бина эсендә ҡалалағы эре предприятиелар үҙҙәренең өлгөлө продукцияларын, ҡоролмаларын урынлаштырып, улар менән таныштырып, үҙенсәлектәрен һөйләп тә ишеттерҙе. Ғөмүмән, һөйләшеү алдынан бындай күргәҙмәләрҙе ҡарағас та ниндәйҙер тәьҫораттар туплайһың.
Был тәьҫораттарҙы ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Юрий Тротт үҙ докладында һандар менән дә дәлилләп үтте. Былтыр ҡала предприятиелары 106,4 миллиард һумлыҡ тауар етештергән, төп капиталға 6 миллиард һумлыҡ инвестициялар йәлеп ителгән. Был, былтырғы менән сағыштырғанда, 11,6 процентҡа күберәк. Эшкәртеү һәм етештереү процесында экологияға хәүефһеҙлек килтермәү саралары ла йылдам үҫешә, был йүнәлештә 450 миллион һум тотонолған.
– Әле республика кимәлендә «Таҙа һауа» проекты өҫтөндә эш алып барыла. Уның сиктәрендә ҡалала һулар һауабыҙҙы тикшереп торасаҡ тағы ике автоматлаштырылған станция ҡуйыу күҙаллана. Шулай уҡ Стәрле йылғаһын таҙартыу һәм тәрәнәйтеү эштәре лә тамамланды, ул яҙғы ташҡындарҙа һыу баҫыу мәсьәләһен еңелләштереүгә йүнәлтелгән, – тип барланы ул эштәрҙе.
Активты ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов алып барҙы, унда шулай уҡ БР сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин, РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идараһы начальнигы урынбаҫары Илдар Сәйетгәрәев ҡатнашты.
Алексей Карпухин тотош республика буйынсы етештереү сәнәғәте пред-приятиеларына күҙәтеү яһаны, үткән йыл эсендә уларҙың күләме 1 триллион 700 миллиард һумға барып еткән. Сәнәғәт эшселәренең уртаса эш хаҡы – 38 800 һум. Министр күҙәтеүҙәренсә, социаль-иҡтисади күрһәткестәрҙең үҫеше инвестиция проекттарына бәйле.
– Әлеге мәлдә республикала Сәнәғәт үҫеше фонды булдырылды, ул проекттарҙы финанслауҙа ярҙам алыу өсөн ғаризалар ҡабул итә. Фондта төрлө программалар бар, льготалы шарттарҙа бурысҡа аҡса бирә, кредиттар 1-5 процент ставкаһы менән бирелә, – тине Алексей Иванович фонд менән файҙаланырға саҡырып.
Троллейбус идаралығы, Башавто-транс, Стәрлетамаҡ нефть химияһы за-воды кеүек ҙур предприятие етәкселәре лә сығыш яһаны. Әйткәндәй, һәр пред-приятие алға бара, эштәр ҙә етерлек. Легаль булмаған маршруткалар менән көрәш башланғас, бигерәк тә транспорт мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала. Етәкселек әлеге мәлдә эштең яңыса ойошторолоуы-на бәйле етешһеҙлектәр булыуын әйтте һәм ошо арала был хәлде яйға һалыуҙа-рын билдәләне. Белгестәр мәғлүмәт туплағандан һуң маршруткаларҙың графиктары, транспорттың һаны опти-мәлләштереләсәк. Хәлде тотороҡлауҙа үткән йылдың март айында асылған йәмәғәт транспортына мониторинг яһау-сы диспетчер үҙәге лә ярҙам итә.
Активтың икенсе өлөшөндә хә-үефһеҙлек темаларына һөйләшеү барҙы, Юрий Тротт ҡалала әлеге мәлдә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөүгә йүнәлтелгән 26 биләмәгә нығытылған төркөмдәр барлығын белдерҙе. 2018 йыл эсендә хәүефһеҙлек мәсьәләләренә бәйле 17 комиссия ойошторолған, унда 36 һорау ҡаралған, 53 ҡарар сығарылған. Йыл дауамында 194 янғын сыҡҡан, бөтәһе 5 кеше һәләк булған, 22 кеше тән йәрәхәттәре алған. Һыу инеү осоронда 5 кеше батып үлгән. Еңеүҙәр ҙә бар, әлбиттә, Стәрлетамаҡ халыҡтың хәүефһеҙ көнкүрешен булдырыусы иң яҡшы үҙида-ра муниципаль берәмек тип танылды.
Сара матур йола – ҡаланың сәнәғәт, транспорт, бәйләнеш, янғын һәм ҡотҡарыу өлкәһендә хеҙмәт алдынғыларын бүләк-ләү менән тамамланды.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Автор фотоһы.
Читайте нас: