Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
22 Февраль 2019, 13:40

Вертолёттарға Стәрле бензинын ҡойорҙармы?

БР сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин эш сәфәре менән «Синтез-Каучук» һәм «ТАУ НефтеХим» идарасы компанияһы» ЯСЙ идаралығы ҡарамағындағы «Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы» предприятиеларының сәнәғәт майҙандарында булды.

Башҡортостан етәксеһе Радий ХӘБИРОВтың Сочи ҡалаһында үткән инвестиция форумындағы сығышынан (әйткәндәй, республика был сарала инвестициялар йәлеп итеү буйынса 40 миллиард һумлыҡ килешеү төҙөнө):
– Инвестициялар – талымлы күренеш, улар уңайлы, хәүефһеҙ урындарҙы һайлай. Нәҡ инвестициялар беҙгә яңы эш урындары, юғары эш хаҡтары һәм, әлбиттә, иҡтисадҡа көс бирә. Шул уҡ ваҡытта бында инвестициялар өсөн конкуренция бик көслө!
Власть органдарының һәм республиканың эре нефть химияһы комплексы предприятиеларының стратегик партнерлығын нығытыу, инновацион программаларҙың яҡын киләсәккә үҫеше менән танышыу маҡсатында, ул авиация яғыулығы һәм изопрен каучук сығарыу цехын һәм компанияның һынау үҙәген ҡарап сыҡты.
Сәфәр барышында уға авиация бензинын күрһәттеләр; экологик яҡтан таҙа, тәбиғи каучуктың синтетик аналогына яҡын булған СКИ-5 маркалы донъялағы берҙән-бер полиизопрен етеш-тереү производствоһы менән таныштырҙылар һәм шулай уҡ әҙер продукция сифатын контролләүҙең ҡатмарлы систе-маһын аңлаттылар.
Алексей Карпухин, топ-менеджерҙар менән ара-лашып, предприятиела эшләп сығарылған продукцияның номен-клатураһын яңыртырға, уның сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итеүсе инновацион стратегияны ыңғай баһаланы.
– Рәсәй оҙаҡ ваҡыт авиация яғыулығын сит илдән һатып алды. Шуның өсөн авиация бензинын етештереү буйынса үҙебеҙҙә производство булдырыу идеяһы күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Ниһайәт, тәүге нигеҙле аҙым яһалды. Стәрлетамаҡ нефть химиктары, авиация бензинының ике маркаһын алыу буйынса уникаль ысул әҙерләп, заманса йыһаздар менән тәьмин итеп, продукция сифатын күҙәтеп барырҙай махсус лаборатория аккредитация үтте. Беҙҙә күптән көткән продукт алынды. Башҡортостанда авиация бензины етештереүҙе ойоштороу, уның менән Рәсәйҙең теләһә ҡайһы төбәген тәьмин итеүҙе тормошҡа ашырыу, бәләкәй вертолет системаларынан алып пилотһыҙ техниканы үҫтереү Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы ышаныслы ҡулдарҙа тип әйтергә форсат бирә, – тип билдәләне Алексей Иванович.
Артабан әңгәмә барышында етәкселәр предприятиеларҙың яңы төр продукция эшләп сығарырға форсат биргән эске резервтарын дөрөҫ файҙаланыу, заманса производстволар асыу һәм Башҡортостан өсөн мөһим булған проекттарҙы бойомға ашырыуҙа дәүләт ярҙамы мәсьәләләренә ҡағылып үтте.
Р. ЗАМАНОВА.
Читайте нас: