Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
5 Март 2019, 13:24

Мәҙәниәткә лә, әҙәбиәткә лә өлөш индерә

Үткән йыл «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы редакцияһы «Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы» тигән конкурс иғлан иткән булған. Ошо конкурста ҡатнашҡан Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлфиә НОҒОМАНОВА «Иң яҡшы кластан тыш саралар» номинацияһында 1-се урынға лайыҡ булды һәм Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Шулай уҡ уға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы» тигән әҙәби-педагогик конкурста әүҙем ҡатнашҡаны өсөн шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова етәкләгән Мостай Кәрим исемендәге фондтың Почет грамотаһы, дипломы һәм ҡыйбатлы планшет тапшырылды.

Быға тиклем дә Гөлфиә Илгиз ҡыҙы студенттары менән ҡалала үткәрелгән әҙәби, мәҙәни сараларҙа йыш күренә ине.
– Әҙәбиәтте һөйөүем – әсәйемдән, ә спортты үҙ итеүем – атайымдан килә, – тине ул. Баҡтиһәң, Белорет районы Зөйәк ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән ҡыҙҙың әсәһе Гөлсөм Ғүмәр ҡыҙы шиғырҙар ҙа яҙа икән. Ә физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән атаһы Илгиз Нафиҡ улы балаларында һәм мәктәп уҡыусыларында спорттың төрлө төрҙәренә һөйөү уятҡан. Шуға күрә лә Гөлфиәнең әҙәби һәм мәҙәни сараларҙа ғына түгел, йүгереү, йөҙөү, саңғы шыуыу буйынса ярыштарҙағы еңеүҙәре сағылған маҡтау ҡағыҙҙарын, дипломдарын күргәс, уға булған ихтирам бермә-бер артып китә. Әлегеләй еңеүе лә Гөлфиә Илгиз ҡыҙы өсөн тәүге тапҡыр түгел. Ул быға тиклем дә 2013 йылда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы һөнәри белем биреү ойошмалары араһында үткәрелгән республика конкурсында кластан тыш саралар номинацияһында, шулай уҡ 2017 йылда «Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады» буйынса ЮНЕСКО үткәргән ижади проекттар республика конкурсында ла ҡатнашып, 2-се урынға лайыҡ булған. Әйткәндәй, Гөлфиә Ноғоманова үҙе лә ижади эш менән әүҙем шөғөлләнә. Йыш ҡына әҙәби сараларҙа, конкурстарҙа уның студенттары фәҡәт уҡытыусыларының ижад емеше менән сығыш яһай. Бынан тыш, Гөлфиә үҙе лә күп кенә байрам сараларын оҫта башҡарған бейеүҙәре менән биҙәй. Тормош иптәше итеп тә ижад кешеһен һайлаған ул. Иптәше
Алик Артыков – ете телдә йыр башҡарып, Стәрлетамаҡ тамашасыһының күңелен яулаған шәхес. Уларҙың балалары ла йыр-моңға сорналып үҫә. Ғаиләһе Гөлфиәгә бар башланғыстарында ла ҙур терәк, тимәксемен. Яулар үрҙәрегеҙ дауамлы булһын!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: