Ашҡаҙар
-8 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
5 Март 2019, 13:01

Республика юбилейы хәүефһеҙ үтергә тейеш

Башҡортостан үҙенең 100 йыллығын билдәләй. Юбилей айҡанлы уҙғарыласаҡ төп байрамдар беҙҙә апрель айына тура килә. Әлбиттә, байрамды матур итеп ойоштороу бер, әлеге сараларҙы хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау ҙа мөһим. Ҡала хакимиәтендә терроризмға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышында һүҙ нәҡ ошо хаҡта барҙы.

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте ида-ралығының Стәрлетамаҡтағы бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Евгений Сорокин террорҙан һаҡланыу буйынса яуаплылыҡты учреждение етәксеһе тотош үҙ өҫтөнә ала, тип иҫкәртте. Ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн бөтә тейешле хәүефһеҙлек сарала-рын күрергә кәрәк, тип тә билдәләне ул.
Ведомствонан тыш һаҡ бүлегенең Стәр-летамаҡ ҡалаһы буйынса етәксеһе Павел Ва-щенко мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларын тикшереү һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Ҡалала барлығы ете муниципаль һәм биш республика мәҙәниәт объекты һәм биш спорт объекты эшләй. “Тикшереүҙәр барышында ҡайһы бер учреждениеларға иҫкәрмәләр бирелде һәм тиҙ арала етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушылды. Һәр учреждениела хәүефһеҙлек паспорты булырға тейеш”, – тине ул.
Ултырыш аҙағында ҡала башлығы Владимир Куликов етәкселәргә иҫкәрмәләрҙе төҙәтергә һәм мәҙәни сараларҙы уҙғарыу осоронда халыҡтың именлеген тәьмин итеү буйынса эште көсәйтергә ҡушты.
Р. САФИНА.
Читайте нас: