Программа берлектә финанслау принцибына нигеҙләнгән: аҡсаның 99% республика ҡаҙнаһынан бүленә, 1% – халыҡтыҡы.
«Ошо көндәрҙә беҙ «Башҡортостан ихаталары» программаһын ғәмәлгә ашыра башлайбыҙ. Эш халыҡ менән йыйылыштар үткәреүҙән башлана, улар пландарҙы раҫларға тейеш. Халыҡ башҡарылған эштәрҙең акттарына ҡул ҡуйғандан һуң ғына эш тамамлана. Коллегаларым бюджет аҡсаһын йәмәғәт тыңлауҙарынан тыш торлаҡ-коммуналь ихтыяжына тотонорға ярамағанын аңлағандарҙыр тип уйлайым», — тип билдәләне республика етәксеһе.
2019 йылдың йәйендә 480 ихата биләмәһе төҙөкләндерелә, ә алдағы 5 йылда 2903 ихата яңыртыла.
«Балалар майҙансыҡтарына, резина япмаға, урналарға, эскәмйәләргә, стендтарға, видеокүҙәтеүгә, яҡтыртыуға, йәшелләндереүгә, парковка урындарына баҫым яһайбыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Республикала ихата биләмәләрен төҙөкләндереү эштәрен 2019 йылдың 15 майында башлау һәм 31 августа тамамлау күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1281538-v-bashkirii-na-realizatsiyu-programmy-po-blagoustroystvu-dvorov-napravyat-1-7-mlrd-rubley/