Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
12 Март 2019, 15:36

Ете тарафҡа таралды “Етегән”

“Ниндәй байрам ул “Етегән”, “Ҡайҙан килеп сыҡҡан ул?” – ҡайһы берәүҙәрҙә ошондайыраҡ һорауҙар ки-леп тыуалыр, моғайын. Шуға күрә, ҡыҫҡаса ғына уның тарихына күҙ һалайыҡ әле. 2014 йылда Стәрлетамаҡта ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ кеүек изге төшөнсәләргә арналған байрам уҙғарыу инициативаһын ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Ләйсән Йосопова күтәреп сыҡты. Башта китапханала уҙғарылған был сара, шунда уҡ халыҡ күңеленә хуш килеп, тиҙ арала популярлыҡ яулап өлгөрҙө. Өлкәндәрҙе, йәштәрҙе, эшселәрҙе, студенттарҙы, уҡыусыларҙы һәм балаларҙы йыйған был акция хәҙер инде республика күләмендә танылыу тапты – быйыл ул өсөнсө тапҡыр уҙғарылды һәм ул йылдан-йыл сағыуыраҡ, әһәмиәтлерәк була бара. Уға хәҙер Сибай, Баймаҡ, Өфө ҡалалары ғына түгел, хатта Себер яҡтарынан да дәррәү ҡушылдылар. Ғаилә байрамына арнап концерттар, конкурстар уҙғарыла, ирҙәр менән ҡатындар бер-береһен ҡотлай һ.б.


Сараға ике матур пар – Зиләрә һәм Руслан Юлтаевтар, Гөлдәр һәм Илнур Собханғоловтар саҡырылғайны. Меңдәрсә кешенең һөйөүен яулаған «Күңелле йәшәйбеҙ», «Бәхет ҡошо» сериалдары, «Сируси» фильмы режиссеры Руслан Юлтаев Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған. Әммә кино сәнғәтенә, сәнғәт донъяһына булған һөйөү уны Стәрлетамаҡ башҡорт театрына алып килә. Тап ошо сериалдарҙы төшөргәндә осрата ла инде ул буласаҡ ғүмер юлдашын, мәңгелек мөхәббәтен – йәш актриса Зиләрәне. Һәм улар бына ун йыл инде – сәхнә лә лә, тормошта ла бергә. Бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр.

Ә бына Федоровка районы егете Илнур Собханғолов үҙенең мөхәббәтен “КамАЗ”ға ултырып Бөрйән районына барғас осрата. Аҫҡар ауыл клубында таныша йәштәр. Ошо ауыл ҡыҙы Гөлдәр менән бер күреүҙән үк бер-береһенә ғашиҡ булалар. Бына хәҙер 21 йыл инде һоҡланғыс ғаилә, ҡулға-ҡул тотоношоп, ғүмер юлынан атлай. Бынамын тигән ике ул үҫтерәләр. Хәҙер оло улдары Өфө дәүләт медицина университетында уҡый. Гөлдәр башҡорт драма театрына әҙәбиәт бүлеге етәксеһе булып эшләһә, Илнур себер тарафтарында икмәк таба.

Бына шундай һәр яҡлап та өлгө булырҙай ғаиләләр тураһында кескәй генә һүрәтләмәлә барыһын да яҙып бөтөп булмай. Ошо тулҡынландырғыс минуттарҙа һәр кем был һоҡланғыс парҙарға ҡарап, үҙенең йәшлек йылдарын, тәүге мөхәббәтен иҫләп ултырғандыр, моғайын. Тап ошондай юғары мәҙәниәтле, көслө рухлы, матур ғаиләләр ҡалабыҙҙың ғына түгел, республикабыҙҙың таянысы бит! Парлы ғаиләләрҙе ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеге һәм Стәрлета-маҡ ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте исеменән ҡотлап, уларға ғаилә традицияларын пропагандалағаны һәм балаларҙы тәрбиәләүҙә башҡорт мәҙәниәтен тормошҡа ашырғаны өсөн маҡтау грамо-талары тапшырылды.

Китапхананың уҡыу залында ойошторолған “Мөхәббәт тураһында шиғырҙар” әҙәби кафеһында Стәрлетамаҡ шағирәләре Римма Ғәлимова, Эльмира Сәсәнбаева, Земфира Мулла-ғәлиева һәм Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Әхсән Хәлилов, Республика мәҙәниәт техникумы студенттары мөхәббәт тураһындағы бере-һенән-береһе әҫәрләндергес шиғырҙары менән күңелдәрҙе мөхәббәт донъяһында гиҙҙерҙе. Мостай Кәримдең тыуыуына йөҙ йыл тулыу уңайынан халыҡ шағирының һөйөү, наҙ тулы шиғырҙары яңғыраны. “Әҙәби кафе” ағинәйҙәрҙең һөйөүгә арналған шиғри сәләмдәре менән тамамланды.

Байрам артабан Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт бер-ләшмәһендә дауам итте. Театр бинаһы алдындағы ғаилә, мө-хәббәт, тоғролоҡ көнө айҡанлы ойошторолған флеш-моб биге-рәк тә йәнле барҙы. Ә фойела халыҡ ҡулланма сәнғәт ижады күргәҙмәһе эшләне. Унда шулай уҡ “Ашҡаҙар” гәзите фотокорреспонденты Эльдар Фәттәховтың “Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө”нә арналған бик бай йөкмәткеле, матур фотокүргәҙмәһе урын алды. Фотоларҙа гәзитебеҙ битендә төрлө йылдарҙа донъя күргән өлгөлө ғаиләләр тураһында мәҡәләләрҙең геройҙары сағылдырыла.

Программала ҡатнашыусыларҙы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы конгресы» ағзаһы, Халыҡтар Дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Гөлназ Аҡназарова, Стәрлетамаҡ ҡала баш-ҡорттары башҡарма комитеты рәйесе Ләйсән Йосопова һәм башҡалар сәләмләне.

Тамашаны Стәрлета-маҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артистары Илдар Әбдрәшитов һәм Гүзәлиә Татлыбаева, Зөлфиә һәм Рәмил Әү-бәкеровтар, Стәрле-тамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайының «Йөрәктау» фольклор коллективы, «Дәрүиш» Халыҡ бейеү ансамбле, Бейеү театры, балалар «Торатау» халыҡ бейеү ансамбле сығыштары биҙәне.

Әлеге сарала, әлбиттә, «Етегән-2019» байрамы сиктәрендә үткән асыҡ рес-публика конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Ярышламаға 218 ғариза ҡабул ителгәйне, шулар араһынан ете йүнәлештә һынау тотҡан 21 еңеүсе билдәләнде. Әйткәндәй, ғаризалар Башҡортостандан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә бар ине. Уларҙың сығышын видеояҙма аша ла, сәхнәнән дә күреп һоҡландыҡ! «Башҡорт телендә мөхәббәт тураһында иң яҡшы шиғыр һөйләү» номинацияһында беренсе урынды Баймаҡ ҡалаһынан Рәшиҙә һәм Азамат Иҙелбаевтар алһа, «Башҡорт телендә мөхәббәт тураһында иң яҡшы йыр башҡарыу» номинацияһында – Нефтекама ҡалаһынан Азат һәм Розалия Ҡарасуриндар, «Башҡорт телендә мөхәббәт тураһында иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм» номинацияһында – Рәфис Ҡуйбағаров менән Алина Сәлихова, “Иң яҡшы дуэт бейеүе” – Ҡәҙриә Зөбәйерова, Альбина Солтанова, «Башҡорт телендә мөхәббәт тураһында иң яҡшы флаерҙар һәм асылмалар» – Сибай ҡалаһынан Гүзәл Бүләкәнова, «Мөхәббәт» темаһына иң шәп фотографиялар» – Салауат районынан Ғибаҙуллиндар ғаиләһе, «Етегән-2019» байрамына башҡорт йырҙары һәм музыкаһы аҫтында иң шәп флеш-моб» номинацияһында Архангел районынан Әлфирә Ноғоманова еңеүсе булды.

Шуныһы һөйөнөслө, ғаилә ҡим-мәттәренә бағышланған акция өлкән-дәрҙе лә, йәштәрҙе лә, эшселәрҙе лә, студенттарҙы, уҡыусыларҙы һәм балаларҙы ла битараф ҡалдырманы. Халыҡҡа әйҙәүсе генә булһын, ул һәр изге башланғысты тотоп алып, дәртләнеп, ҙур теләк менән ҡушыла, тигән фекер тыуҙырҙы был сара. Ғаилә ҡиммәттәренә бағышланған байрам йәштәр өсөн дискотека менән тамамланды.

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Эльдар Фәттәхов фотолары.
Читайте нас: