Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
12 Март 2019, 14:30

Янғын “хәбәрсеһе” ярҙамға килә

Был хәл февраль аҙағында була. Рәсәй МЧСының БР буйынса баш идаралығына Ҡырмыҫҡалырайонының Иҫке бәпес ауылыда ағас өй янып китеүе тураһында хәбәр итәләр. Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр шунда уҡ ярҙамға ашыға.

Йортта бәләкәй балалы йәш ғаилә йәшәгәнлеге
асыҡлана. Бәхеткә күрә, янғын арҡаһында ҡорбандар
булмай. Баҡтиһәң, йорт автономлы янғын “хәбәрсеһе”
менән йыһазландырылған булған һәм ул ваҡытында
эшләп, йортта йәшәүселәрҙе өйҙән сығып өлгөрһөн
өсөн сигнал биргән. Шул арҡала, әсә кеше сабыйын
юрғанға төрөп, ялҡын ялмаған йорттан веранда аша
сығып өлгөрә. Өй ныҡ ҡына зыян күргән, ҡатындың
тәне бешкән, уны райондағы үҙәк дауаханаға
ебәргәндәр. 2018 йылғы бала зыян күрмәгән, әле уны
өләсәһе ҡарай.
Рәсәй МЧС-ының БР буйынса баш идаралығы
хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа үҙ йортон бына шундай
автоном янғын хәбәрсеһе менән йыһазландырырға
ҡуша. Ә бит ошо арзан ғына ҡоролма күптәрҙең
ғүмерен янғын фажиғәһенән ҡотҡарған!
Был ҡоролма өйҙөң түбәһенә беркетелеп ҡуйыла,
һәм саҡ ҡына төтөн сыҡҡан хәлдә лә, шунда уҡ
белгертә ала. Уның корпусында конструктив рәүештә
автоном туйындырыу сығанағы һәм янғынды табыу
һәм шул турала хәбәр итеү өсөн кәрәкле компоненттар
берләштерелгән.
Янғын хәбәрсеһе файҙаланыу өсөн ябай һәм
махсуслаштырылған ойошмала хеҙмәтләндереүҙе
талап итмәй, уны һатып алғас, инструкцияһы менән
танышып, үҙең дә беркетеп ҡуя алаһың. Бинала ут
сыҡҡан осраҡта, төтөн сыға башлай, шунан ул өҫкә
күтәрелә һәм “хәбәрсе”гә барып эләгә. “Хәбәрсе”
шунда уҡ эшләп китә һәм яна башлау менән кешеләргә
янғын сығыу тураһында белдерә. “Янғын хәбәрсеһе”
эшләп китеүе була – ул шунда уҡ тирә-яҡҡа “һөрән
һала”. Уның тауышы хатта йоҡлап ятҡан кешене
уятырға ла етә (ул 75 дБ-ан дан түбән булмаған тауыш
бирә, ғәҙәттә 85-тән 110 дБ-ға тиклем). Һаҡланғанды
һаҡлармын, тигән Хоҙай. Әгәр йортоғоҙҙа ошондай
“хәбәрсе” булһа, донъяғыҙ имен булыр.
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең
граждандарҙы һаҡлау секторы.
Читайте нас: