Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
15 Март 2019, 18:50

Балыбыҙҙың тәмен яҡшы беләләр

“Башҡорт балы”, “Шүлгәнташ” һәм «Терра Башҡортостан» проекттары милли бренд дипломдарын алды.

Башҡортостан Мәскәүҙә «Интурмаркет» халыҡ-ара күргәҙмәлә республиканың ту-ризм мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Республиканан барған делегация стендты тирмә рәүешендә урынлаштырып, унда теләгән һәр кемде башҡорт балы, сәй менән һыйлағандар.
Күргәҙмә барышында “Милли туристик бренд-тар рейтингы – 2018” еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы ла үткән. Республикабыҙҙың башҡорт балы, Шүлгәнташ ҡурсаулығы һәм «Терра Башҡортостан» бренды дипломға лайыҡ булды.
Шулай уҡ Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән Ленинград өлкәһенең Туризм буйынса комитеты араһында туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: