Был объекттарҙы төҙөү республиканың “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса раҫланған “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән комплекслы эшләү системаһы” төбәк проектында ҡаралған.
Ошоға ярашлы Стәрлетамаҡта ике завод төҙөү ҡаралған: йылына 100 мең тонна икенсел сеймалды эшкәртеү заводы (инвестиция күләме – 1 311,2 миллион һум) һәм йылына 40 мең тонна ҡалдыҡтар эшкәртеүсе производство-технология комплексы (инвестиция күләме – 266 миллион һум).
Шулай уҡ Дәүләкәндә йылына 15 мең тонна ҡалдыҡтар эшкәртеү ҡеүәтенә эйә тағы бер компплекс төҙөү көтөлә (инвестиция күләме – 1327 миллион һум).
Бынан башҡа алдағы биш йылда ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыусы 16 комплекс барлыҡҡа киләсәк.